Ҡәҙерлебеҙ ихлас күңелле, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ихтирамлы, ярҙамсыл булды.
Ауыр ҡайғылар кисергән мәлдә беҙҙе яңғыҙ ҡалдырмай, һәр яҡлап ярҙамлашҡан, ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, яҡыныбыҙҙы һуңғы юлға оҙатырға ярҙам күрһәткән һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Яңы Мораптал ауыл биләмәһе халҡына, күршеләргә, туғандарға, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға, барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны тыныс, ауыр тупрағы еңел, урыны ожмах түрҙәрендә булһын.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары.