- Әлфиә Миңнулловна, хакимиәткәмөрәжәғәттәр һаны алдағы йыл менән сағыштырғанда кәмегән (2015 йылда 197 булһа, 2016 – 170). Был кәмеү беҙҙең халыҡтың тормош менән ҡәнәғәт булыуын күрһәтәме әллә кеше, мөрәжәғәт итһәң дә, файҙа юҡ, тип хаттар яҙыуҙы кәметтеме?
– Мөрәжәғәттәрҙең күп булыуы хакимиәттең дөрөҫ йүнәлешен күрһәтә. Бер йыл эсендәге мөрәжәғәттәрҙе анализлап ҡараһаң, заявителный характерҙағы мөрәжәғәттәр күбәйҙе – кешеләр ер участкаһы, ниндәйҙер объектты һатып алырға һорай. Был беҙҙе шатландыра – кеше, эшкә тотонорға кәрәк, тип хакимиәттән ярҙам һорай икән, был яҡшы бит.
– Ә ялыуҙар менән йонсотмайҙармы үҙегеҙҙе?
– Ялыуҙар, нисек кенә сәйер тойолмаһын, ныҡ кәмене. Халыҡ үҙең тырышмаһаң, мыжып ҡына бер нәмә лә килтереп сығарып булмағанын аңланы, ахыры. Шулай ҙа бер нисәүһен атарға булалыр. Покровка ауылы кешеләренең ауылдары янында мал һуйыу цехы төҙөлөшөнә ризаһыҙлыҡ белдергән хат булды. Коллектив мөрәжәғәттәрҙән шулай уҡ Ергән МТС-ының Ермолаево бүлексәһе мөлкәтен кире ҡайтарыуҙы һорап яҙған һәм Ермолаево спирт заводы ябылыуға ризаһыҙлыҡ белдергән хаттарҙы килтерергә була.
– Кешенең күп осраҡта ярҙам һорап барыр ере булмай, ошо хакимиәткә килмәй сараһы юҡ.
– Был, ысынлап та, шулай. Беҙ ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Мәҫәлән, былтыр йорттары янған ғаиләләр ярҙам һорап хат яҙҙы. Ә бит беҙҙең бюджетта ул маҡсаттарҙа аҡса юҡ. Нисек кенә теләһәк тә, ярҙам итерҙәй ресурстар самалы. Хакимиәт бюджетында ошо маҡсатҡа булған аҡсаларҙы былай ҙа бирә. Былтырғы йылда 8 йорто янған кешегә 40 мең һум аҡса бүлдек. Үҙегеҙ уйлағыҙ, күпме был,аҙмы? Ә ике ғаиләгә беҙ БР Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итеп 800 мең һум ала алдыҡ. Тик һәр саҡ Өфөнән аҡса биреп ултырмаҫтарын да аңларға кәрәк. Заманалар шулай хәҙер, кеше кемгәлер ышанып ҡына йәшәргә тейеш түгел, тәү сиратта үҙе хаҡында үҙе уйларға бурыслы. Йорт страховкаланған булһа, тейешле күләмдә аҡсаһы ла булыр ине. Өфө аҡса бирер алдынан да йорттоң ниңә янғанын, унда йәшәгән ғаилә эскесе түгелме, балалары ни хәлдә – барыһын да тикшерә, һуңынан ғына аҡса бүлергә мөмкин.
– Әлбиттә, гел генә республика влас-тарына ла ышаныу килешмәй, бер аҡ аҡсаһын табырҙар, икенсе саҡ ишектән үк бороп сығарырҙар. Медведев әйтмешләй, «аҡса юҡ, кәйефтәрегеҙ яҡшы булһын». Кәйеф тигәндән, килгән хаттарҙан халыҡтың ни уйлауы, асыуланыуы, ҡыуаныуы ла күренәлер.
– Бая әйткәнемсә, мыжыҡ хаттар юҡ, тип әйтергә була. Шуныһы ҡыуандыра, беҙҙең райондаштар тәҡдимдәр менән сығыш яһай башланы. Кешенең тәҡдиме, идеяһы булыуы, быларҙы беҙгә еткереүе яҡшы, беҙгә барыбыҙға ла бында йәшәргә, шуға ла һәр граждан мөмкин булғанса тормошҡа үҙ өлөшөн керетергә тейеш.
– Ниндәйерәк тәҡдимдәр яңғырай хаттарҙа?
- Әлмирә Бикҡоловаға иҫтәлекле таҡтаташ асыуҙы беҙ халыҡ хаттарына таянып башҡарҙыҡ. Әле бына, райондың энциклопедияһын төҙөргә кәрәк, тигән идея менән мөрәжәғәт иттеләр. Илшат Йомағоловтың тыуыуына 85 йыл тулыуҙы үткәрергә кәрәк тигән йөкмәткеле хат булды.
– Мине шуныһы ҡыҙыҡһындыра, отчетта күренеүенсә, төрлө силсәүиттәрҙән килгән мөрәжәғәттәр һаны төрлөсә. Был нимә аңлата, кемдер ныҡ әүҙем йәки ризаһыҙ, шуға уларҙан хаттар күп килә, ә ниндәйҙер ауыл, киреһенсә, баҫалҡы, булғанына шөкөр итеп йәшәй, закондарҙы белеү кимәле шулаймы, бәлки, власҡа ышанмаймы – хаттар яҙмай тиерлек.
– Һәр ауылдың, ысынлап та, үҙ менталитеты. Характеры менән бер-береһенән ныҡ айырылған ауылдар бар. Үҙегеҙ күрәһегеҙ, ҡайһы бер ауылға килеп керәһең, күҙ ҡамаша: ҡоймалары төҙөк, сүп үләндәре сабылған, заман ауыр, тип аптырап ултырмай нисек тә тормош көтөргә тырыша халыҡ. Ә бәғзе ауылды ситтән күреү менән дә унда керге килмәй. Кәртәләр емерек, тирә-яҡта сүп-сар. Шул уҡ ваҡытта әзмәүерҙәй ирҙәр емерек ҡапҡаһы төбөндә тәмәке тартып ултыра. Һыйыр юҡ аранда – ҡайғы юҡ буранда. Ҡапҡаңды йүнәтергә йәки үләнеңде сабырға, ишек алдындағы ҡарыңды көрәргә власть кәрәкме ни? Ауылдар менталитет буйынса айырылалыр. Ләкин бит улар ҙа капитализмды төрлө стартта ҡаршы алды. Ниндәйҙер ауылдағы совхоз-колхоз мөлкәтен бер нисә йылда таланы ла бөттөләр, ә кемдәрҙер хужалыҡты һаҡлап ҡала алды. Тимәк, уларҙың йәшәү рәүеше лә ошонан килә – кемдеңдер эше лә бар, тимәк, ашы ла бар, кемдеңдер ҡола яланға ҡалған ауылынан тере саҡта тиҙерәк сығып ҡасаһы килә.
– Бер яҡтан ҡараһаң, шулай кеүек. Тик мин һеҙгә асыҡ миҫал килтерәм. Яманһары ауылы депрессив ауыл һымаҡ. Тик уларҙың һуңғы йылдарҙа ғына нимәләр башҡарыуын күрһәң, улай тип әйтергә тел әйләнмәй. Бер йыл-да газ үтте – әллә күпме сығымдары булды халыҡтың. Икенсе йылына һыу мәсьәләһен хәл иттеләр – 20 мең һум аҡса сыҡты һәр йорттан бының өсөн, аңлы кешеләр, районда барлыҡ ауылдарҙы тиерлек борсоған һыу проблемаларын үҙҙәре хәл итте лә ҡуйҙы. Башҡаларға өлгө бит яманһарылар, ҡалғандарға ошолай эшләргә кем ҡамасулай?
- Шулай ҙа, урындағы властан да күп нәмә торалыр. 131-се Федераль закон уларға күп мөмкинлектәр асты. Закон мөмкинлектәр асҡандыр ҙа, быны тормошҡа ашырыу ҡыйыныраҡ. Урындағы властың да финанс хәле ныҡ сикләнгән. Икенсе яҡтан дөрөҫ әйтәһегеҙ: силсәүит эшенән дә күп нәмә тора. Ермолаевонан хаттар күп икән, был аңлашыла – халыҡ күп бында. Шәбағыштан да күп килә мөрәжәғәттәр, Яҡшымбәттән... Керәүленән элек хаттар булманы тиерлек – Эльза Васильева Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың ишек төбөндә ултырған кешене күреү менән: «Нимәгә килдең?» – тип һорай ине, һәм, әйҙә, ҡайттыҡ, тип тегене етәкләп тигәндәй алып ҡайтып китә. Торараҡ шылтыра-та – теге мәсьәлә хәл ителде, ти. Шулай уҡ Свободанан хаттар юҡ тиерлек. Ауыл башлыҡтары хәл итә торған мәсьәләләр менән халыҡтың туранан-тура район хакимиәтенә саптырып килеүе урындағы властың тулыһынса эшләп еткермәүен күрһәтә. Шулай ҙа тағы бер ҡабатлайым: халыҡтың күбеһе элекке Совет заманында йәшәйем тип уйлай, иждивение, йәғни әҙергә хәҙер ваҡыттар бөттө, тәү сиратта үҙеңә ышанырға, аҙаҡ власҡа таянырға кәрәк.
– Совет власы насар булманы, тип уйлайым.
– Ул замандарҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды. Шуны аңлау мөһим: үткәндәр кире ҡайтмай, яңы заманға яраҡлашып, тырышып йәшәп китергә кәрәк.
– Заман тигәндән, хакимиәткә элекке һымаҡ конвертҡа һалып хат ебәргәндәр аҙайғандыр ул – техник прогресс шәп бара.
– Интернет ярҙамында былтыр 36 мөрәжәғәт алынды. Шулай ҙа яҙма рәүештәгеләре күберәк. Телдән алынғанын да әйтергә кәрәк. Район башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа ҡабул итеүгә киләләр, урынбаҫарҙарына ла киләләр, ауыл сходтарында булабыҙ – былар барыһы ла беҙгә йүнәлеш бирә, эштәргә маҡсат ҡуя.
– Сходҡа кеше бик йөрөмәй бит әле, Әлфиә Миңнулловна, был йәһәттән, бәлки, интернетты, атап әйткәндә, со- циаль селтәрҙәрҙе эшкә егергәлер. Мәҫәлән, Өфө башлығы И. Ялалов аккаунтына быйыл башҡалалағы ҡарҙың йүнле таҙартылмауына ҡағылышлы ялыуҙарҙы тап интернет кешеләре күп яҙҙы. Беҙҙең урындағы власть, минеңсә, интернетта аҙ «йәшәй». Йәштәр әүҙем генә бит, улар шул интернеттан башын алмай. Мәҫәлән, фәлән ауылда төгән нәмә етмәй йәки фәсмәтән әйбер ҡыйыш ята тигәнде улар яҙыр ине һәм власҡа ла халыҡ менән туранан-тура эшләргә ярҙам булыр ине.
– Был йәһәттән эш алып барыла, тиҙҙән ошо йүнәлештә алға китеш булыр.
– Беҙҙең районға әйләнгән һайын төрлө кимлдәге чиновниктар, депутаттар килә, уларға ла халыҡ бара.
– Эйе. Онотмаҫ борон шуны ла әйтәйем әле: элегерәк кеше үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртып йөрөһә, хәҙер дөйөм эш өсөн хат яҙғандар һаны артты. Аныҡлап әйткәндә, борон миңә шул кәрәк, был етмәй тиһәләр, хәҙер ауылға шул кәрәк тиҙәр – күпер, юл... Килеп ҡабул иткән власть кешеләре тураһында ла шуны әйтергә кәрәк: бар мәсьәләләрҙең күбеһен беҙ үҙебеҙ хәл итәбеҙ. Мәҫәлән, кемдер үргә хат яҙа (Путинғамы, Хәмитовҡамы, берәй министрғамы), проблеманы бөтөрөргә барыбер беҙгә тура килә. Әлбиттә, беҙ сисә алмаған мәсьәләләр ҙә килеп сыға (бюджеттан нимәнелер ныҡлап ремонт-лау йәки, мәҫәлән, күпер һалыу). Был осраҡта федераль үҙәктән, республиканан аҡса алыу кәрәк. Миҫалға, хакимиәт юллауы менән Керәүле мәҙәниәт йортон ремонтлауҙы, Абдул – Яҡшымбәт юлын һалдырыуҙы килтерергә була. Район етәкселеге тырышлығы менән ошо эштәргә аҡса ала алдыҡ.
Хакимиәттең эшен күрһәтеүсе мөһим бер күрһәткесте әйткем килә. Беҙ 42 район араһында I урынды яулап алып, һөҙөмтәлә 23 млн. 250 мең һум аҡса ала алдыҡ. Был аҡсаларҙың барыһы ла социаль проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтеләсәк.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Әлфиә Миңнулловна. Халыҡ менән эшләгәндә уңыштар, түҙемлек теләйбеҙ.
10 февраль, 2017 йыл
Малик ИЛЬЯСОВ әңгәмәләште, Айгөл ХАЛИҠОВА фотоһы