Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
15 Ғинуар , 07:21

Коммунистар Күмертауҙа митинг үткәрҙе

Йылылыҡ буйынса өҫтәмә түләүҙәргә ҡаршы

Коммунистар Күмертауҙа митинг үткәрҙе
Коммунистар Күмертауҙа митинг үткәрҙе

Ҡыштың аҙаҡҡы айының тәүге көнөн Күмертауҙың күпселеге ниндәйҙер мөғжизә көткәндәй көттө: 1 февралдә йылылыҡ буйынса өҫтәмә түләүҙәргә ҡаршы митинг булырға тейеш ине. Һәм ул булды. Яҡынса мең самаһы кеше булды, кис ныҡ һыуыҡ булһа ла килгәндәр, шулай ҙа алтмыш меңдән артыҡ халҡы булған ҡала өсөн был һан аҙҙыр - әллә кемдер ҡурҡты килергә (фотоға, видеоға төшөргәндәр күп, битең берәй ергә эләгер ҙә йөрөрһөң аҙаҡ оппозицонер тигән исем тағып), әллә килеү менән дә ниндәй файҙа, системаны еңеп булмай тинеләр.
Коммунистар үткәрҙе митингты, башта Ленинды иҫкә төшөрҙөләр, совет заманын маҡтанылар (СССР булһа, митингыларҙа тормаҫ инегеҙ шоҡорайып, коммуналканы ла арттырмаҫтар ине), Ленинды бер минут тын тороп хәтергә алайыҡ тинеләр. Аҙаҡ рупор аша сығыш яһауҙар булды, докладсының күп һүҙҙәре аңлашылманы. Резолюция ҡабул иттеләр, уны ҡысҡырып уҡығанда нимә яҙылғанын аңлауы ҡыйын ине, Хәбировҡа, тағы әллә кемгә ебәрәбеҙ тигәне генә ишетелде, шулай ҙа, бөтәһе лә, беҙ За тип, тауыш яңғыратты.
Урындан ҡысҡырҙылар : Долой, Жилкомсервис (беҙҙең аҡсаға байып йәшәп ята, лишнее звено ул). Ҡала башлығын таптыра башланылар: ҡайҙа ул, ниңә килмәгән? Бер ҡыҙыу баш ҡысҡырҙы, фәләнемә тип бында торабыҙмы, әйҙә, хакимиәт янына, мэр килмәгән икән, үҙебеҙ уның янына барайыҡ. Бер минут та үтмәне, был ҡыҙыу баштың фекере үҙгәрҙе: иптәштәр, яңғылыш әйттем, кире боролоғоҙ, ату мине ултырталар. Тик хакимиәт яғына барған халыҡ туҡтаманы, митинг ике өлөшкә бүленде - бер өлөшө Ленин янында ҡалды, икенсеһе хакимиәт тупһаһы янында туҡталды. Тупһала торған полиция хеҙмәтҡәрҙәре ул был булмағайы, тип бергәгәрәк тупланды. Теге яҡта ла, был яҡта ла кешеләр үҙ ара ғына фекер алышты, ризаһыҙлығын белдерҙе: Башлыҡҡа ни, нимә, уны Мәскәүгә эшкә алалар тиҙәр, коммунистарҙан да какой толк, пенсия реформаһына ла ҡаршы сыҡҡан булдылар, ә уларҙы бер кем тыңламаны ....
Бер аҙҙан митинг бөттө тинеләр. Тик халыҡ, һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, тора бирҙе, бер аҙҙан ғына, ошо ғына булдымы ни, беҙ күберәкте көткәйнек, тигәндәй, таралышты.

2 февраль, 2019 йыл

Автор:
Читайте нас