Йылдар һыу һымаҡ аға ла аға. Бына тағы бер уҡыу йылы яңы битен асты.. Кемдәрҙер тәү тапҡыр гөл-сәскәләр менән мәктәп һуҡмағына баҫа, кемдер яратҡан шөғөлө – уҡытыусылыҡ һөнәренә хыянат итергә теләмәйенсә оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан һаман шау-шыулы мәктәп гөрләүегенә ашҡына.Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Кинйәбаева шуларҙың береһе ине.
Әгәр ҙә идеал ҡатын-ҡыҙ ниндәй булырға тейеш, тип һораһалар, мин, һис шикһеҙ, Хәҙисә апай кеүек, тип яуаплар инем.
Күңеле менән мәңге йәш, дәртле, әҙәбиәтте, сәнғәтте, ауыҙ-тел ижадын тәрәндән белеүсе, күренекле прозаик, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәевтың бер туған апаһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы. Әсәһе яғынан олатаһы уҡымышлы була. “Ҡайҙа белем алғандыр, уныһын белмәйем, китаптары күп ине. Йә былай үҙ алдына көйләп ниҙер уҡынып ултыра. Беҙ ни, томана кешеләр, был Ҡоръән уҡый, ти ҙә ҡуябыҙ. Иҫтә ҡалған һүҙҙәренә ҡарап, хәҙер генә аңланым: ул Аҡмулла мөнәжәттәрен көйләп ултырған, имеш...”– тип хәтерләй ине Рәшит Солтангәрәев. Аталары Граждандар һәғышы мәлендә Ҡытайҙа булып, унда тиф менән сирләп, ауылына ҡайтҡас, 1927 йылда үҙҙәренә өй һалып башҡа сығалар.
Һуғыш осоро балалары. 1941 йылда атайҙары Граждандар һуғышында алған яралары тамам уңалмай, ҡырыҡ нисә йәшендә генә үпкә сиренән ҡапыл үлеп киткәс, әсәйҙәре Сафия биш бала менән тороп ҡала. Оло улдары Миһран һуғыш яланында һәләк була.
“Өс ҡыҙ һәм бер малай үҫтек”,– ти Хәҙисә апай. – Атайыбыҙ вафат булғас, алты йәшлек кенә Рәшит барыбыҙҙы ла йыуатып: “Иламағыҙ, йөҙ грамм булһа ла ашарға табырбыҙ әле”,– тип әле беребеҙ, әле икенсебеҙ янына йүгереп килә....”.
Туғыҙ-ун йәштән эшкә егелеп, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татып үҫәләр был ғаиләлә балалар. “Үҙе ас бәлһа ла, күңеле туҡ булды кешенең. Яҙын боҙ киткәнен ҡарау ғына ла ниндәй ҙур байрамға әйләнә торғайны. Ҡарты-йәше бөтә ауыл менән сығып сыр-сыу килә Көцөргәҙе буйында. Боҙ өҫтөндә усаҡ яндырып кемдеке оҙағыраҡ йөҙә, тип яр буйлап йүгереп барыуҙар– әкиәт иленә сәйәхәт һымаҡ булып күренә ине...
Тау башы ҡарҙан әрселгәс тә, бала-саға, ҡыҙ-ҡырҡын, егет-елән – барыһы ла шунда. Балалар бесәй-сысҡан, сәкән һуғыу, соҡорло туп уйындарын уйнай, йәштәр йөҙөк һалыша, таҡмаҡ әйтеп бейей...
Иң ауыр йылдар, әлбиттә, һуғыш мәле. Көҙгө һалҡындар башланғас, ашарлыҡ үлән ҡалманы, Рәшит малайҙар менән урыҫ ауылдары яғына барып картуфлыҡтарҙан туңған картуф эҙләп табып өшөп-туңып ҡайта. Иң өлкән апайыбыҙ туңған картуфтан кәлжемә бешерә, уны һәр беребеҙгә таратып сыға. Ҡышты нисек итеп тә сыҡтыҡ, яҙ мәле инде оло байрам, ат ҡолағын йыйып алып ҡайтабыҙ, унан әҙ-мәҙ генә он һибеп әсәйебеҙ ҡоймаҡ ҡойған була, уның менән ҡорһаҡ тулһа ла, тамаҡ туймай шул. Унан балтырған, ҡуҙғалаҡ, ҡуянтубыҡ, йыуа– беҙҙең иғтибарҙан ситтә бер генә үлән дә ҡалмай, ашарға яраҡлы бар үләнде ҡырып-һепереп тигәндәй ашап торабыҙ. Байтаҡтарҙы аслыҡтан һыйыр ағы ҡотҡарҙы. Кемдең һыйыры бар, ул иң бай кеше...”.
Рәшит ағай ишек алдында ҙур тирәк аҫтында йоҡларға ярата. Йәй мәле, таңдан тороп эшкә егелергә кәрәк, малайҙы уятып булмай. Апайҙары иң башта юрғанын тартып алалар, йоҡлауын дауам итә, ҡымшанмай ҙа. Инде баш аҫтынан мендәр тартыа алына, аҙаҡ – аҫтындағы кейеҙ ... Бер генә сара ҡала, Сәмәрә апайҙары:”Рәшит, бутҡа беште!”– тип ҡолағына ҡысҡырыуы була, малай һикереп тора һалып аласыҡҡа ташлана. Унда ниндәй бутҡа булһын инде?! Әлеге лә баяғы, ат ҡолағынан бешерелгән йәшел боламаҡ!
Таймаҫ мәктәбендә башланғыс класты гел яҡшы билдәләренә генә уҡығас, Хәҙисәне Өфө ҡалаһына 1-се һанлы интернат-мәктәпкә ебәрәләр. Сибек кенә сөм-ҡара күҙле оҙон ауыр толомдары биленән түбән төшөп торған сая ҡыҙ бында ла бик тырышып уҡый, уҡыу ғына түгел аккордеонда бынамын итеп уйнай, йырға ла, бейеүгә лә маһирлығын күрһәтә. 1949 йылда Институтҡа ла еңел генә инеп китә, бында ла һынатмай, гәзит-журнал биттәрендә әленән -әле тос фекерле мәҡәләләре баҫылып бара. Уны инде журналист булырға димләйҙәр, тик уның теләге бала саҡтан хыялланған һөнәре– уҡытыусы булып тыуған яҡтарына ҡайтыу. Хыялын тормошҡа ашырып, юғары уҡыу йортон тамамлағас та тыуған ауылы Таймаҫ урта мәктәбендә әҙәбиәт, башҡорт теле серҙәрен уҡыусыларға аса башлай. Рус телен дә яҡшы белгәнгә күрә, уны “Ильич юлы” Күмертау ҡала гәзетенә тәржемәсе итеп ҡоҙалайҙар. Унда ла дүрт йыл эшләп алғас, Хәҙисә үҙенең яратҡан шөғөлөнә ҡабаит әйләнеп ҡайта, Күмертау ҡалаһының интернат мәктәбенә эшкә күсә һәм ошо мәктәптә (хәҙер был Республика кимәлендәге 3-сө һанлы Мортаза Рәхимов исемендәге башҡорт гимназияһы) 75 йәшенә тиклем уҡыта. Уҡытыусыларҙың да уҡытыусыһы тиҙәр уны. Сөнки ошо ҡалала эшләгән байтаҡ уҡытыусылар Хәҙисә апайға килеп дәрес биреү, балалар менән аралышыу серҙәрен, моғайын да, өйрәнгәндер.
Әҙәбиәткә, туған телгә ҡарата булған һөйөү әсәйҙәре Сафия апайҙан мираҫ булып ҡалғандыр, моғайын. Сөнки, Хәҙисә апай хәтерләүенсә, Сафия апайҙың маҡтаған, щелтәләгән һүҙҙәре лә әйтем, мәҡәлдәрҙән генә торған. Хатта эш ҡушыр алдынан да йомаҡ-әйтемдәр әйтер булған.
Күренекле прозаигыбыҙ Рәшит ағай Солтангәрәевтың иң тәүге серҙәше лә, тәнҡитсеһе лә була Хәҙисә Ғимран ҡыҙы. Рәшит ағай әҙәби әҫәрҙәрен башта апаһына күрһәтеп ала, уның кәңәштәрен иҫәпкә алып яҙғандарын ҡабат эшләй. “Уның күп кенә хикәйәләре минең күҙ алдымда тыуҙы, әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән ваҡиғалар һәм персонаждар мин үҙ күҙем менән күреп белгән хәлдәр һәм кешеләр. ...Икәүләп, салғы күтәреп 3-4 саҡырым алыҫлыҡтағы Кәрешкә яғына бесән сабырға китеп барабыҙ. Урманға етәрәк яңғыҙ йорт ултыра. Унда беҙҙең ҡиәмәтлек апай менән еҙнәй йәшәй. Керҙек, апай бик шатланып китте:
.– Ҡайтышлай керегеҙ. Тауыҡ бешерәм,– тине. Көн кисләй, ҡараңғылы-яҡтылы. Беҙ кермәй ҡайтып киттек. Ул ваҡиғаны мин оноттом, ике-өс айҙан иһә Рәшиттең “Совет Башҡортостаны” гәзитендә “Яңғыҙ йорт” исемле хикәйәһе баҫылып сыҡты.”
Педагогка талантлы, профессиональ яҡтан белемде булыу ғына етмәй, әсәләрсә балаларға һөйөү, нескә күңелле психолог булыу ҙа кәрәк.
Барлыҡ ғүмерен балалар тәрбиәләүгә, уҡытыуға бағышлаған Хәҙисә Ғимран ҡыҙы бөтә Башҡортостанда башҡорт теле уҡытыу бөтөрөлгән саҡта ла Күмертау ҡалаһының иинтернат-мәктәбендә юғарыла ултырған ағайҙарҙың ай-вайына ҡарамайса, туған тел һәм әҙәбиәт серҙәрен балаларға йәнен-тәнен биреп өйрәтте, уларҙың ҡайғы-шатлыҡтары менән йәшәне.. Уҡытып ҡына ҡалмай ул, балалар күңеленә халыҡтың йыр-моң гәүһәрҙәрен һала бара, уҡытыусылар араһында ла тарата, сөнки үҙе лә аккордеонда, ҡумыҙҙа уйнай. Бер нисә тиҫтә йыл ул ҡала кимәлендә фольклор түңүәрәге етәксеһе лә була.
Бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә төшөп китте әле. Ниндәйҙер байрамға фольклор түңәрәге сығыш яһарға тейеш. Хәҙисә апай менән бергә Шәмсиә апай ҙа фольклор түңәрәген етәкләй. Бер саҡ ишетәм, имеш, түңәрәк ағзалары сығыш яһай алмаясаҡ, ике етәксе лә бер төптән сирләп киткән. Шәмсиә апай йығылып ҡулын һындырған, Хәҙисә апай һыуыҡ тейҙергән. Хәҙер кем сығыш яһар икән инде, улар булмағас, тип борсолоп Дворецҡа киләм. Бына тамаша башланды һәм ни күрәм: Шәмсиә апай гипслы ҡулдарын күтәреп бармаҡтарын шартлатып бейеп йөрөй, Хәҙисә апай дәртләнеп аккордеонда бейеү көйҙәрен гөрләтә.
Күңел маһирлығы, ихласлыҡ, тик башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас ҡунаҡсыллыҡ уны Күмертау ҡалаһының йөҙөк ҡашына әйләндерә. Һәр кем үҙенең ҡайғы-шатлығы менән уртаҡлашырға, йәки, бер кемгә лә һөйләмәҫ серен сисергә бара. Ул һәр кешенең ҡайғыһын күҙаллай ала, һәр кемгә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә ашыға.
Күмертау ҡалаһында ҡартайғансы төҫ ташламаған Хәҙисә Ғимран ҡыҙын яратып, ихтирам итеп, “Әбей-батша” тип атайҙар. Сөнки ул бик ғәҙеллекте яратыусы тура һүҙле, шул уҡ ваҡытта, мәрхәмәтле ҡатын. Хәтерләйем, илдә үҙгәртеп ҡороу башланғас, Хәҙисә апай менән икәүләп Күмертау ҡалаһының үҙәк урамдарының береһендә урынлашҡан китап магазинына барҙыҡ. Килһәк, бер нисә авторҙың шиғырҙары тупланған “Һүҙ һорайым” китабы менән бөтә кәштәләр тулған. Һатыусы һуҡрана:”Наполнили макулатурой весь магазин, никто не покупает. Сейчас зарплату месяцами не дают, как будто кому-то книги нужны!” Хәҙисә апай менән һөйләшеп һәр беребеҙ барлы-юҡлы аҡсабыҙға иллешәр китап һатып алып һәр байрам һайын таныштарыбыҙға бүләк итеп бөттөк.
“Ҡулдарын һуҙып беҙҙән мәрхәмәт һорап торалар ҙаһа”,– ти Хәҙисә апай китаптарҙы йәлләп.
Уҡытыусы булараҡ һәр бер дәресе– ул өлгө генә түгел, сәсәнлек, оҫталыҡ, мәрхәмәтлелек миҫалы ла ине.
Хәҙисә апай бик талапсан да булды. Бер мәл 1992 йылда “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы бара. Бында мин дә ҡатнашам. (Ул мәл ИКЛБ тигән предмет яңы индерелгәйне, әле рәтле программа ла, уҡыу әсбәптәре лә юҡ. Шулай ҙа, баҙнат итеп, мин дә ҡатнашырға булдым). Конкурстың тәүге көнөндә мин иң түбән бал алдым. Жюри рәйесе Закир Насир Әҡбәровтан һорайым: “Нишләп конкурс барышында минең сығыштарҙы жюри ағзалары күмәкләшеп ”Афарин!”– ип маҡтай-маҡтай ҡаранығыҙ ҙа, иң түбән балдар минеке булып сыҡты?” “Ана, яратҡан апайыңдан һора,”– ти Әкбәров.
“Мин үҙем ҡуйҙым һиңә иң түбән билдәне. Нисек кейенеп килгәнһең конкурсҡа? Әллә ниндәй сосолоп төшкән нәмәләр кейгәнһең. Башҡорт теле, мәҙәниәте дәрестәрен биргән уҡытыусы үҙе иң тәүҙә мәҙәниәтле, бөтә өҫ-башы менән башҡаларға өлгө булырлыҡ итеп кекйенергә, бер ваҡытта ла меҫкен булып күренергә тейеш түгел!” Ул мәлдә минең өс балам да юғары уҡыу йорттарында уҡыйҙар, өсәр ай эш хаҡы ала алмайбыҙ, шуға ҡаралы-аҡлы ойоҡ йөнөнән оҙон итеп сосолдороп жилет бәйләп кейгәйнем шул. Шулай ҙа икенсе турға матурлап кейенеп барҙым. Хәҙисә апайҙың был һабағы күңелемә мәңгелеккә уйылып ҡалды, бер ваҡытта ла меҫкен булып күренергә тырышмайым, ябай ғына итеп булһа ла ыҫпай кейенергә ынтылам.
Солтангәрәева-Кинйәбаева апай инде күптән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978 й.), Почет билдәһе ордены кавалеры (1979 й.), ул ҡасандыр етәкләгән фольклор түңәрәге йыл һайын тиерлек республика буйынса 1-се урындарҙы алып килде,. Хәҙисә апайҙың бик күп уҡыусылары үҙҙәре әҙәбиәтсе-уҡытыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, билдәле шәхестәр. Мәҫәлән, Урал Килсенбаев, Рәйлә Сабитова, Ирина Захарова һ.б. Хәҙисә апайҙың үҙенең ҡыҙы лпа хаҡлы ялға сыҡҡансы Шишмә ҡасабаһында музыка уҡытыусыһы булып эшләне, ейәнсәре Зөһрә лә өләсәһенең һөнәренә тоғро ҡалып педагогия институтын гел “биш” ле билдәләренә генә тамамланы.
Бер ҡыҙыҡ хәл иҫемә төштө әле: 1995йылдар тирәһендә булды был. Хәҙисә апайҙың бәләкәй генә бер бүлмәле фатирында. Бер саҡ килдем дә, мин әйтәм: “Хәҙисә апай, урынығыҙ ҡыйыш йыйылған, ҡана рәтләйем әле”,– тип урынды ҡутарһам, матрас аҫтында бик боронғо хәнйәр ята. “Аһ, был нимә ул?!”– тим аптырауымды йәшерә аомайынса.
1927-се йылда һалынған Таймаҫтағы атай йортон һүткәндә нигеҙҙән табып алалар был хәнйәрҙе. 1812 йылда Солтангәрәевтәрҙең ата-бабаларынан берәү шул Ватан һуғышында ҡатнашып Париждан алып ҡайтҡан була был ҡоралды. 20-се йылдарҙа атайҙары Ғимран олатай яңы йорттоң нигеҙе аҫтына ҡәҙерләп кенә урап һала олатайҙары мираҫын, сөнки, бындай вариҫты ул замандарҙа өйҙә һаҡлау уғата ҡурҡыныс була шул. Әлеге ваҡытта был ҡомартҡы Таймаҫ ауылы музейында һаҡлана.
Ғүмер буйы мәктәп ҡаҙанында ҡайнап йәшәне Хәҙисә апай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ла был буран-дауыллы замана еле һуҡҡылап-бәргеләп торҙо щул. Яратҡан ҡустылары Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, арҙаҡлы яҙыусы Рәшит ағай Солтангәрәев ваҡытһыҙ был яҡты донъянан китте.
“Рәшит 65 йәш тулғас, эштән китеп, үҙен тик әҙәби әҫәрҙәр ижад итеүгә арнарға хыялланды. “Бер ҙур әйбер яҙырға әҙерләнәм әле,”– тигәйне ул. Ә нимә яҙырға уйлаған булды икән – уныһын тик бер Хоҙай ғына белә. Уның ижад юды үкенерлек түгел. Тик беҙгә, уның олоғайған апайҙарына, яратҡан энебеҙ һаман да тере, ул тағы ла беҙгә иркәләнер кеүек. Бәкәлгә һуҡты инде үҙенең үлеме менән,”– ти Хәҙисә апай дымланған күҙҙәрен һөртөп.
Ләкин, ни хәл итәһең, тормош дауам итә, ауыр заманаларға ҡарамай йәшәргә, эшләргә кәрәк. Хәҙисә апай арыу-талыуҙы белмәй әҙәбиәт серҙәренә балаларҙы өйрәтте, уҡытты, уны һөйөргә өйрәтте.
“Бер нәмә күңелде өйкәй,– ти ул,– Элгәре ауыл балалары интернатҡа килһәләр, тик башҡортса һөйләшә торғайнылар, ә хәҙерге балаларға сит илдән килгән вәкилдәргә аңлатҡан кеүек аңлатырға тура килә, күбеһе башҡортса рәтләп һөләшә лә белмәй.”. Эйе, заманалар үҙгәрҙе. Элек беҙ мәктәптә уҡығанда Афзал Таһиров, Дауыт Юлтый, Имай Насыри, Баязит Бикбай әҫәрҙәрен уҡыу ғына түгел, ентекләп анализ яһай алһаҡ, хәҙерге балаларға әҙәбиәтте тәрән аңлатыр өсөн, ай-һай, күр көс һалырға кәрәк!.
Хәҙисә Ғимран ҡыҙы көсөн йәлләмәй, уның уҡыусылары республика кимәлендә уҙғарылған олимпиадаларҙа ла, төрлө-төрлө темаларға иншалар, рефераттар яҙыу буйынса иң юғары баһаларҙы алдылар, “Йәншишмә”, “Йәшлек” гәзиттәре биттәрендә даими баҫылып килделәр. Минең байтаҡ китаптарыма баш һүҙ ҙә яҙыусы, мәхәррир булды өлкән әхирәтем. Күмертау ҡалаһында йәшәгәндә аҙна һайын минән һорай:” Йә, нимәләр ҡылдың? Ниҙәр яҙҙың?” “Әлләсе, бер ҙә телгә алырлыҡ нәмә яҙылманы шикелле,– тиһәң. “Ҡартайғас яҙаһыңмы ни? Ул ниндәй һүлпәнлек. Яҙышырға ашыҡ, ғүмер ул яҙғы шарламалай, ағыр ҙа китер...”
Бәхетле лә Хәҙисә апай, уны онотмайҙар, уҡыусылары, бергә эшләгән уҡытыусылар хәлен белешеп торалар, ҡыҙыҡһыналар. 91 йәше тулғанда яратҡан уҡыусыһы Урал Килсенбаев һәм республика башлығы Радий Хәбиров Республикабыҙҙың Халыҡ уҡытыусыһы исемен бирҙеләр.
Инде быйыл Хәҙисә Ғимран ҡыҙына 95 йәш тула. Эйе, уҡыусылары онотмай яратҡан уҡытыусыларын. Һуңғы мәлдә инде Хәҙисә апай ҡыҙының ғаиләһендә Шишмә биҫтәһендә йәшәй. Ҡыҙы Элмира Мадариковна ғүмер буйы Шишмә биҫтәһендә музыка мәктәбендә фортепьяно класы буйынса уҡытыусы булып эшләне, кейәүе Даминов Фанур Талипович – физкультура уҡытыусыһы. Әле Хәҙисә апай инсульт кисереп, әҙерәк һулып ҡалды. Ҡыҙы менән кейәүе шул тиклем ихлас ҡарайҙар, тәрбиәләйҙәр әсә менән ҡәйнәне. Фәнүр Талип улы ҡәйнәһен йылы көндәрҙә әле ишек алдына шау сәскә атып ултырған гөлдәр араһына алып сыға, әле аш өҫтәленә алып килеп ҙур табынға ғаилә уртаһына ултырта, ә Элмирә әсәһе яратҡан ризыҡтарҙы әҙерләрләп һөйөклө һыйлай. Ейәндәре лә әленән-әле килеп өләсәләренең хәлен белешә, иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайҙар.
Аллаһы Тәғәлә алда ла имен-һау ғүмер бирһен һиңә, Хәҙисә Ғимран ҡыҙы! Мин һинең менән яҡындан аралашыуым, серҙәш булыуыма ғорурланам, сикһеҙ ихтирам итәм.
Мин бер нисә тиҫтә йыл элек Хәҙисә апайҙың 60 йәшенә бағышлап бер шиғыр яҙғайным, ә ауылдашы, күренекле һәүәҫкәр композитор Йәүҙәт Усманов көй ҙә ижад иткәйне, шул йыр менән тамамлағым килә үҙемдең әйтер һүҙемде.
Төштә ебәк сәстәреңде
Толомлап үҙем үрәм,
Төпһөҙ ҡара күҙҙәреңдә
Һүнмәҫ йондоҙҙар күрәм.
Ҡушымта:
Устарыңдан шишмә һыуын
Зәм-зәм һыуындай эсәм,
Йөҙҙәреңдә нурҙар уйнай,
Һин йылмайһаң, Хәҙисәм.
Ойотоп ҡына бейеһәң,
Аҡҡош йөҙгәндәй була,
Бер һирпелеп ҡараниһәң,
Йөрәеккә һағыш тула.
Ҡушымта:
Инде мәңге онота алмам,
Һинең өсөн ут кисәм,
Ағым һыуҙай толомоңдо
Ниңә киҫтең, Хәҙисәм?
Буй-һындарың, һөйләшеүең,
Бар булмышың мөғжизә,
Хыялдарымда һин генә,
Бының серҙәре ниҙә?
Ҡушымта:
Хыялда осам, йәнкәйем,
Атланып дөлдөлдәргә,
Ысыҡ булып яу, Хәҙисәм,
Күңелдәге гөлдәргә.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, РФ-ның мәғариф отличнигы, БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Көйөргәҙе районының Б. Бикбай әҙәби һәм , БР-ның Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премиялары лауреаты.
Фотола: Хәҙисә Ғимран ҡыҙы, уртала Кумертау ҡалаһының мәғариф бүлеге етәксеһе Байгилдин Мөхтәр Нуриман улы һәм Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.