Һөйөклөбөҙҙөң китеүе беҙҙең өсөн ҙур ҡайғы, был ауыр юғалтыуҙы ҡабул итеү мөмкин түгел... һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Яҡыныбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ярҙам ҡулы һуҙған ҡәҙерле туғандарыбыҙға, дуҫтарға, аыулдаштарға мең-мең рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Кеше был донъянан китһә лә, ерҙә уның изгелеге, нуры, яҡты хәтере ҡала. Уңған булған һөйөклөбөҙ 19 йыл “Искра” ауыл хужалығында икмәк бешереүсе булып тырышып эшләне. Бар кеше лә хөрмәт итте үҙен. Ул беҙҙең хәтерҙә асыҡ йөҙлө, киң күңелле, оло йөрәкле, алсаҡ, кешеләргә гел изгелек һәм яҡшылыҡ ҡылыусы, ярҙамсыл кеше булып мәңгелеккә һаҡланып ҡалыр. Һәр саҡ тормошто яратып, әүҙем йәшәгән, изгелекле, ихлас булған, бөтөн кешеләрҙе, барлыҡ туғандарҙы хөрмәт иткән яҡыныбыҙҙы уйламаған бер көнөбөҙ ҙә юҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең яҡты иҫтәлеген беҙҙең менән бергә тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ.
Һөйөклөбөҙҙөң ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел, тар ҡәберҙәре киң, йәне йәннәттең түрендә булһын. Ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтеребеҙ һәм йөрәгебеҙ түрендә.
Онотмабыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нур булып,
Беҙҙең йөрәктәрҙең түрендә.
Мәрхүмдең тормош иптәше Шамил һәм балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.