Әнейебеҙ эшһөйәр, уңған, тырыш кеше булды, һуңғы көнөнә тиклем үҙ-аллы донъя көтөп, барыбыҙҙы ҡайғыртып, хәстәрләп йәшәне. Олоһона ла, кесеһенә иғтибарлы, ихтирамлы булды, ауылыбыҙҙың иң оло, хөрмәткә лайыҡ инәйҙәренең береһе булды ул.
Ҡәҙерлебеҙҙе хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан, ҡайғылы мәлдә яныбыҙҙа булған һәр кемгә, ауылдаштарыбыҙға, барлыҡ туғандарыбыҙға, күршеләребеҙгә сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай ныҡлы һаулыҡ, именлек бирһен, ҡайғылар урап үтһен.
Ҡәҙерле кешебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Ул йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, ул – мәңге беҙҙең хәтерҙә.
Мәрхүмәнең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.