Беҙ уны оҙаҡ көттөк, бына, ниһайәт, ул ҡайтып, тыуған тупрағына ятты... Ошо ауыр ваҡытта, ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, бөтә яҡлап та ярҙам ҡулы һуҙған, яҡыныбыҙҙың рухын хөрмәт итеп килгән Шәбағыш ауылы биләмәһе башлығы Зинур Мысырғәли улы Рәхмәтуллинға, Көйөргәҙе районы хакимиәтенә, М.Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ-ның педагогик коллективына, класташтарына, Күмертау мәсетенә, барлыҡ туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, ауылдаштарыбыҙға, ҡәҙерлебеҙҙең дуҫтарына, хеҙмәттәштәренә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Барыһына ла иҫәнлек, оҙон ғүмер, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ.
Ғәзиз улыбыҙ, туғаныбыҙ хеҙмәт иткән Төнъяҡ флоттың Ушаков орденлы ауыр авианосец крейсеры “Советтар Союзы флоты Адмирал Кузнецов” корабленең командованиеһына һәм шәхси составына, корабль командиры 1-се ранг капитаны Е.В.Алексеевҡа, радиотехника хәрби часть командиры 3-сө ранг капитаны А.С.Кондрашовҡа, командир урынбаҫары, капитан-лейтенант Е.А.Кожуховҡа, радиотехника ремонт оҫтаханаһы начальнигы Ҡотлобаев Радик Рамаҙан улына айырыуса ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Улар улыбыҙҙың, туғаныбыҙҙың кәүҙәһен тыуған яғына ҡайтарыуҙа, уны ерләүҙә баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәттеләр, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлаштылар. Һеҙҙең барығыҙҙың да күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә игелек булып ҡайтһын.
Ҡәҙерле кешебеҙ тураһындағы яҡты иҫтәлектәр уны белгәндәрҙең йөрәгендә мәңге һаҡланыр. Һөйөклөбөҙҙөң ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ятҡан урыны йомшаҡ, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Мәрхүмдең атаһы, әсәһе, туғандары, тормош иптәше һәм ҡыҙы.