Яҡыныбыҙ ихлас, изге күңелле, намыҫлы, барыһына ла ярҙамсыл, иғтибарлы, мәрхәмәтле кеше ине...Уның беҙҙе ҡалдырып китеүенә әле булһа ла ышаныуы ауыр.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр саҡта ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашып, беҙгә терәк булып, ярҙам ҡулы һуҙған, яҡыныбыҙҙың рухын хөрмәт итеп уны һуңғы юлға оҙатырға килгән һәр кемгә, уның класташтарына, ауылдаштарына, барлыҡ туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, күршеләребеҙгә ихлас йөрәктән оло рәхмәтебеҙҙе етекерәбеҙ. Айырым рәхмәтебеҙҙе Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе Айнур Ҡәҙимовҡа белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ, ҡайғылар һеҙҙең йортарығыҙҙы урап үтһен.
Һөйөклөбөҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ятҡан урыны йомшаҡ, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтеребеҙҙең түрендә һаҡланыр.
Онотмабыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең йөрәктәрҙең түрендә.
Мәрхүмдең тормош иптәше Альбина.