Рамаҙан Насретдин улы Хәлилов 1953 йылдың 20 майында Беренсе Кинйәбыҙ (Туғай Кинйәһе) ауылында совхоз эшселәре ғаиләһендә тыуған. Ауылда башланғыс мәктәпте тамамлағас, Маяҡ ҡасабаһындағы мәктәп-интернатта белем ала. Аҙаҡ Таймаҫ урта мәктәбен тамамлай. Әрме сафтарынан һуң Аксен ауыл хужалығы техникумында агроном һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын Күмертау ҡалаһы ВЛКСМ ҡала комитетвнда инструктор булып башлай. Күп йылдар Мораптал тоҡомсолоҡ совхозының Яҡуп бүлексәһендә агроном, бүлексә идарасыһы булып эшләй.Совхоздар тарҡалғас, Күмертау ҡалаһына күсенә. Тәүҙә "Искра" роботтар заводында, аҙаҡ ҡала йылылыҡ электр үҙәгендә (ТЭЦ) тәьминәтсе вазифаһын башҡарып хаҡлы ялға сыға. Пенсияла тип тормай, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәтә. Көйөргәҙе район мәсетендә имам ярҙамсыһы булып эшләй. Тарихи китаптар яҙа. "Хәлиловтарҙың ырыу шәжәрәһе", Туғай Кинйәһе топонимикаһы, Кинйә ауылының арҙаҡлы шәхестәре тураһында китаптар яҙып, үҙнәшер менән баҫтырып сығарҙы. Уңайҙан файҙаланып, ерләүҙә ярҙам иткән Яҡуп, Абдул, ике Кинйә ауылдары халҡына, "Искра" ауыл хужалығы предприятиеһының урындағы етәксеһе Мирас Искәндәровҡа рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ағайыбыҙҙың рухы шат булһын.