Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
9 Февраль , 13:43

Уның да исеме булыр

Бөгөн, Күмертау Эске эштәр министрлығы ветерандары менән бергә, Ришат Хәлиловты иҫкә алдыҡ.

Уның да исеме булыр
Уның да исеме булыр

Теүәл бер йыл элек Ришат Әхтәм улы менән мәңгелеккә хушлашҡайныҡ. Егетебеҙ ике тиҫтә йыл полицияла хеҙмәт итеп, Чечня ыҙғышында ла, Украина конфликтында ла ҡатнашып, яуҙан яраланып ҡайтып, тыуған ерендә мәрхүм булғайны.

Коллегалары уны онотмай. Татьяна Чегодаева, ут ҡатын, беҙҙе лә, ихтирам йөҙөнән, ошо хәтер кисәһенә саҡырҙы. Ветерандарҙан тыш, әле лә полицияла эшләгәндәр килгән, Күмертауҙың полиция бүлегендә хәҙер яңы начальник икән, М. Әбйәлилов хаҡлы ялға китеп барған, урынына Мәләүздән яңы начальник – Кашаев Асҡар Әсхәт улы килгән. Ул да булды Ришат Хәлиловты иҫкә алыуҙа.  Барыһы мәрхүм хаҡында берсә үкенеп, берсә ғорурланып һөйләне. Ришаттың әсәһе Фәйрүзә апайҙың ҡайғыһын тағы бар ҡат уртаҡлаштылар. Ҡала Советы депутаты, махсус хәрби операцияға бәйле, төрлө проблемалар менән нисәмә йыл сапҡан Әмир Биктимеров идея менән сығыш яһаны: ҡалала полиция хеҙмәтҡәрҙәренә һәйкәл ҡуйырға кәрәк. Әйтте, шунда уҡ был эште үҙенә йөкмәтеп тә ҡуйҙылар: кер Астаховҡа, һөйләш, эшлә, беҙ ярҙам итешербеҙ.

Һәйкәл булыр. Был һәйкәлдә мотлаҡ исемлек тә булыр. Унда, әлбиттә, Ришат Хәлиловтың да исеме яҙылыр.  Әсәләр улдарының исемдәрен һәйкәлдәрҙә уҡымаһын ине, тиҙерәк һәләкәттәр бөтһөн -  мәрхүм һалдатты иҫкә алғанда, кем нисек булдыра, туған теле тип ниндәй телде һанай, шул телдә тап ошо теләктәрҙе әйткәндер.

Автор:
Читайте нас