Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
15 Февраль , 12:10

Хыялдарҙа һиңә һыйынабыҙ

Бөгөн әнәйебеҙгә – Ғөмәйрә Зиязитдин ҡыҙы  ВӘЛИТОВАға 89 йәш булған булыр ине.

Хыялдарҙа һиңә һыйынабыҙ
Хыялдарҙа һиңә һыйынабыҙ

Изге күңелле, асыҡ йөҙлө яҡыныбыҙ бар кешегә лә ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Туған йәнле, ғаилә терәгебеҙ булған яҡыныбыҙҙы юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙек. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе белеүселәр, уның тыуған көнөндә, ғәзизебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Һөйөклөбөҙҙөң ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнап ҡылған доғаларыбыҙ барып етһен ине.

Бөгөн, әсәй, һинең тыуған көнөң,
Ҡотлар инек һыға ҡосаҡлап.
Онотолор ине бар хәсрәтебеҙ,
Ҡояшланыр ине офоҡтар.

Зәңгәрләнер ине күңел күгебеҙ,
Алһыуланыр ине таңдар ҙа.
Эх, әсәйкәй! Тулы бәхет өсөн
Һин генә юҡ беҙҙең янда...

Төшөрмәйбеҙ бер ҙә танауҙы,
Үҙебеҙ һыҙабыҙ ҡояш, зәңгәр күк.
Хыялымдарҙа һиңә һыйынабыҙ,
Әсәй, һин дә беҙҙе һөйөп, үп...

Мәрхүмәне һағынып, балалары, кейәүҙәре, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас