Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
16 Февраль , 17:22

Ғүмерҙәрҙең ҡыҫҡа ғына мәле

Ҡотлоюл ауылы – бәләкәй генә ауыл.

Ғүмерҙәрҙең ҡыҫҡа ғына мәле
Ғүмерҙәрҙең ҡыҫҡа ғына мәле

Халҡы ла күп тип әйтеп булмай, бигерәк тә һуңғы йылдар шауҡымы ныҡ ҡағылды үҙҙәренә – кәмейҙәр. Шуғалыр, бында һәр кем мөһим, һәр тереклек иткәне ҡәҙерле.

...Бөгөн яҡты донъяларҙы ҡалдырып киткән Филүзә Бикмөхәмәтова менән уның тормош иптәше Кәрим Яманһаров рухтарына бағышлап, аят уҡыттылар. Мәрхүмдәрҙе белгәне, улар тере саҡта аралашып йөрөгәне, балалары, туғандары булды табын артында. Яҡшымбәттән Нурулла хәҙрәт булды. Бер-береһен күреп, бер-береһе менән күңелдә булған теге-был хәлдәрҙе һөйләшеп, әлбиттә, мәрхүмдәрҙе иҫкә алып, күп тә ултырманылар, шулай ҙа әреүахтарҙың рухы шатланғандыр. Бөтәбеҙ ҙә ҡасандыр шунда булабыҙ, беҙҙе лә, үтә зарыҡтырып көттөрмәй, доғаларынан айырмаһын ине тереләр.

Ҡыш аҙағының ҡыҫҡа ғына бер мәле (беҙҙең фани донъя кеүек) инде тарихта ла ҡалды. Артабан киттек – ғүмер юлы буйлап.  

Автор:
Читайте нас