Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
21 Февраль , 13:37

Ауыл халҡына, туғандарға, дуҫтарға, күршеләргә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға рәхмәт

Беҙҙең ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ Ибраһимова Гөлкәй Вәдит ҡыҙы беҙҙе оло ҡайғыларға һалып ҡапыл ғына яныбыҙҙа мәңгелеккә китеп барҙы.

Ауыл халҡына, туғандарға, дуҫтарға, күршеләргә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға рәхмәт
Ауыл халҡына, туғандарға, дуҫтарға, күршеләргә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға рәхмәт

Яҡыныбыҙ ихлас, изге күңелле, намыҫлы, барыһына ла ярҙамсыл, мәрхәмәтле кеше ине...
Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр саҡта беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған, ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, яҡыныбыҙҙың рухын хөрмәт итеп килгән Яңы Мораптал ауыл биләмәһе халҡына, барлыҡ туғандарға, дуҫтарға, күршеләргә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға ихлас йөрәктән оло рәхмәтебеҙҙе етекерәбеҙ.
Барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ.
Һөйөклөбөҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ятҡан урыны йомшаҡ, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Онотмабыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең йөрәктәрҙең түрендә.
Мәрхүмәнең тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас