Әнейебеҙ киң күңелле, алсаҡ йөҙлө, тырыш, барыбыҙға ла иғтибарлы, ярҙамсыл, бар эште еренә еткереүсән кеше булды. Уны белгәндәр әнейебеҙҙе тик яҡшы яҡтан иҫкә алһалар ине.
Нисә йәштә булһаң да әней кәрәк, әней терәк икән, ул барыбыҙҙы ихласлап ҡаршы алып, сәйҙәр менән һыйлап, фатихаларын әйтеп, изге теләктәре менән оҙатып ҡала ине. Әнейебеҙҙең өйөндә уның ҡырҡын уҡыттыҡ, әнейебеҙ булмағас тыуған нигеҙебеҙҙең нуры һүнеп, һыуынып ҡалған кеүек төҫлө.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатырға ярҙам иткән, беҙҙең ҡайғыларҙы уртаҡлашҡан һәр кемгә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ауыр тупраҡтары еңел, йәнә йәннәттә, урыны ожмах түрҙәрендә булһын.
Мәрхүмәнең балалары