Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
3 Март , 10:51

Киң күңелле, оло йөрәкле, ярҙамсыл кеше ине

Ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан әтейебеҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ Рим Рәфҡәт улы ӘХМӘРОВ 19 ғинуарҙа, барыбыҙҙы ла оло ҡайғыларға һалып, яҡты донъяларҙан мәңгелеккә китеп барҙы.

Киң күңелле, оло йөрәкле, ярҙамсыл кеше ине
Киң күңелле, оло йөрәкле, ярҙамсыл кеше ине

Ул киң күңелле, оло йөрәкле, ярҙамсыл кеше ине.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ярҙам ҡулы һуҙған барлыҡ туғандарыбыҙға, класташтарыбыҙға, күршеләребеҙгә, ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, именлек бирһен Хоҙай!
Яҡыныбыҙҙың ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас