Ундағы яҙыуҙарҙы уҡыһаң, 1979 йылдың 31 мартында был урында ике бала үлгәнен белеп була. Дима Лепешинской, 5 йәш һәм Саша Логинов, 4 йәш. Миңә был фажиғәле хәл тураһында бер ни билдәле түгел, минең таныштарым араһында ла балалар нилектән үлгәнен белгәндәр юҡ. Уйлап ҡарағыҙ: был ике малай ауылдан алыҫта нимә эшләп йөрөгән? Бәлки, кемдер был аяныслы тарих тураһында беләлер?
Ринат Вәлиев
Ошо мәғлүмәт «Юшатыр» гәзитен дә бик ҡыҙыҡһындырҙы, беҙ был тарих хаҡында үҙебеҙҙең интернет селтәрендә баҫтыҡ һәм ике сабыйҙың нилектән үлгәнлеген асыҡланыҡ, ахры.
- Был балалар Маяҡ ауылынан, улар Холодный Ключ ауылына, туғандарына тип, барырға сыҡҡан. Мәрхүм булған ерҙәре Ялсыҡай ауылы яғында түгел, ә Холодный Ключ ауылының йәйләүе (йәйге һыйыр һауыу фермаһы) янында. Бында ҡортсолоҡ та бар ине. Балалар юлда булғанда, (марттың 31-е) көслө буран ҡупҡан, малайҙар аҙашҡан һәм туңып үлгән. Уларҙы юл таҙартып китеп барған тракторист тапҡан.
Беҙ был ваҡиғаға асыҡлыҡ индергән уҡыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ.
Бер тарих икенсеһен яҙырға ла дәрт бирҙе, беҙгә йәнә бер авторыбыҙ, ошолай уҡ тәбиғәт ститхияһы ҡорбаны булған яҡташы тураһында яҙҙы.
Әмерхан ағай ҙа буран ҡорбаны булған
Яҡуп эргәһендә, Түбәнге Мотал янындараҡ бар һәйкәл-иҫтәлек. Ул Хәлилов Әмерхан Насретдин улына бағышланған. Яңы әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан егет ЗИЛ -56 машинаһы йөрөтә. Бер мәл Мораптал тоҡомсолоҡ совхозы үҙәк усадьбаһына комсомолдарҙы собраниеға алып бара был. Аҙаҡ барыһын ауылдар буйлап кире тарата. Комсомолдарҙы Һалҡын Шишмә бүлексәһенә алып барғас, иптәше менән Яҡуп ауылына ҡайтырға сығалар. Ныҡ буран сығып китә. Әсе ел. Васильевка ауылын уҙғас, машина йырынға төшөп ултыра. Сығара алмайҙар. Йәйәү ҡайтырға булалар. Иптәше, аймылыш булып, Маяҡлы (Маячный) яғына китә. Әмерхан ағай, йүгереп, Урта Моталды уҙа, Түбәнге Мотал тапҡырында вафат була.
- Ҡотҡарығыҙ, - тигән тауышты Мотал ауылы кешеһе ишетһә лә, әһәмиәт бирмәй. Шул урында ла һәйкәл ҡуйылғайны. Атайым Насретдин ҡуйҙырған. Өс йыл элек шул һәйкәлдең ҡамауын бер миһырбанһыҙ кеше металға алып китте. Көтөүселәр кем икәнен дә күргән. Намыҫы булмаған кеше менән бәйләнге килмәне. Аллаһ үҙе хөкүм итер уны. Амин. Ә иптәше Сәлим Маяҡлы ауылы училищеһына, саҡ барып етеп, йығыла. Болнистарҙа ятып сыға. Белгәндәр ошо тарих хаҡында өҫтәп яҙһағыҙ ине. Мин бында өлкән ағайҙарҙан ишеткәнде генә яҙҙым. Ул саҡта сабый бала инем. Был хәл 1968 йыл ноябрь аҙаҡтарында булған.
Азат Хәлилов, Яҡуп ауылы