Ваҡыт үтеү менән йөрәк нығыраҡ һыҙлай, нығыраҡ һағындырыла... Бына мин ҡайттым, йә ҡайтып киләм, тип әйтер кеүек... Бындай ҡайғыларҙы үҙҙәре кисергәндәр генә аңлай, тик береһенә лә ундай юғалтыуҙарҙы күрергә яҙмаһын ине.
Яҡыныбыҙ ихлас, изге күңелле, намыҫлы, барыһына ла ярҙамсыл, мәрхәмәтле кеше, ҡатынына ныҡлы терәк, балаһына яҡшы атай ине... Хәҙер “ине” тип кенә әйтәһе ҡалды... Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, туған йәнле яҡыныбыҙҙың арабыҙҙан китеүенә һаман ышанып булмай.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр саҡта беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған, ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, яҡыныбыҙҙың рухын хөрмәт итеп килгән ауылдаштарыбыҙға, күршеләребеҙгә, Шәбағыш ауыл хакимиәтенә, Илдусыбыҙҙың класташтарына, Ялсыҡай ауылында йәшәүсе һәм барлыҡ туғандарыбыҙға ихлас йөрәктән оло рәхмәтебеҙҙе етекерәбеҙ. Барыһына ла һаулыҡ, именлек, тиҙерәк һуғыш бөтөп, яу яланында йөрөгәндәргә, тыуған илдәренә имен-иҫән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Бер кемгә лә бындай оло ҡайғыларҙы күрергә яҙмаһын, кисергәндәргә сабырлыҡ, именлек, һаулыҡ бирһен Аллаһы Тәғәлә.
Ғәзиз кешебеҙҙең ятҡан урыны тыныс, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын. Ҡәҙерлебеҙ мәңге беҙҙең хәтерҙә һәм йөрәгебеҙ түрендә.
Мәрхүмдең атаһы, әсәһе, апайҙары Розалиә, Лилиә, ҡатыны, ҡыҙы Камилә һәм ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары.