Ул беҙҙең хәтерҙә асыҡ йөҙлө, киң күңелле, оло йөрәкле, алсаҡ кеше булып мәңгелеккә һаҡланып ҡалды.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, хөрмәт итеп килгән Ҡансыра ауылы халҡына, элекке бергә эшләгән иптәштәренә, барлыҡ туғандарыбыҙға ихлас йөрәктән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Яҡыныбыҙҙы белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең яҡты иҫтәлеген беҙҙең менән бергә, тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, тар ҡәберҙәре киң, йәне йәннәт түрендә булһын. Ул һәр ваҡыт беҙҙең һәм йөрәгебеҙҙең түрендә.
Мәрхүмдең тормош иптәше һәм балалары.