Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
3 Апрель , 15:28

Алдағы йылға... Алдағы йылдарға...

Мәрйәм БУРАҠАЕВА, башҡорт журналисы, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһы

Алдағы йылға... Алдағы йылдарға...
Алдағы йылға... Алдағы йылдарға...

Геолог-ғалим, иҫ китмәле илһөйәр башҡорт уҙаманы Диҡҡәт Бураҡаев менән ижадыбыҙҙың төп йүнәлеше - тәбиғәтте һаҡлау булды. Ниндәй генә проблемалар күтәрелмәне! Д. Бураҡаев эсәр һыу, ер аҫты һыуҙары кимәлен күтәреү маҡсатында ваҡ-ваҡ быуалар быуыу (ҙур быуалар зыян ғына эшләй), сүп-сар проблемаһы, ҡаҙылма байлыҡты, тәбиғәткә зыян килтермәҫлек итеп сама белеп файҙаланыу... Ни өсөн Д. Бураҡаевты телгә алыуҙы урынлы тип таптым? Уның бер фекере һаман дөрөҫләнә бара. Үкенес, әлбиттә..."Тәбиғәткә ҡарата мөнәсәбәт үҙгәрмәһә, Ер шарының берәү генә икәнлеген аңламаһаҡ, нәфсебеҙҙе тыя белмәһәк, беҙ үҙ ҡомһоҙлоғобоҙ һәм киләсәккә ҡарата битараф булыуыбыҙ арҡаһында тонсоғасаҡбыҙ,"- тине.
Мин иһә ошо хәҡиҡәтте аңлатыуҙы йәшәү маҡсатым итеп билдәләнем һәм тәбиғәт һаҡлау проблемаһын мәктәптән үк башларға кәрәк, мәктәптәрҙә тәрбиә эшен белем биреү менән типә-тиң ҡуйырға кәрәк, тигән маҡсат менән халыҡ аҡылын өйрәнә башланым. Төп фекер шулай: халыҡ тәбиғәтте тере йән кеүек күргән. Уның өсөн океан
йәки оло диңгеҙ ҙә, урман да - ер шарының үпкәһе, йылғалар - ҡан тамыры, тауҙар - ерҙең тояғы. Кешелек донъяһы уларҙы күҙ ҡараһындай һаҡламаһа, үҙе үк йәшәйеш тамырын ҡорота, тигән юҫыҡта алып барылған халыҡ тәрбиәһе. Был ҡиммәттәр уның ижадында һаҡлана.
Алдағы йылдарҙа донъя ғалимдары был проблемаға тағы ла етдиерәк ҡарар, яуаплы шәхестәргә кешелек донъяһының упҡын ситенә аяҡ баҫыуын аңлатыр, тип ышанам.
Ер шары бит берәү. Тәбиғәт афәтенән бер ҡайҙа ла ҡасып ҡотолоп булмаясаҡ!

Автор:
Читайте нас