Ҡәҙерле кешебеҙҙе тик яҡты, һағыныулы иҫтәлектәр менән иҫкә алабыҙ. Ул хәтерҙә алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле, тырыш, хеҙмәт һөйөүсән, ярҙамсыл, барыбыҙғала киң күңелле, асыҡ кеше булараҡ йөрәк түрҙәрендә ҡалды.
Яҡыныбыҙҙы белеүселәр, беҙҙең менән бергә, ғәзиз кешебеҙҙе яҡты иҫтәлектәр, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ. Уҡытҡан доҡүғаларыбыҙ рухына барып ирешһен. Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәт түрендә, тар ҡәберҙәре киң булһын.
Төштәремдә күрҙем һине, атайым,
Иңдәремә һалдың ҡулдарың.
“Ни хәлдәрҙә ҡыҙым, балам?” - тиеп
Хәлдәремде минең һораның.
Бик һағындым, атайым, бик һағындым
Барыһы ла етеш , тик юк һин генә,
Һағыныуҙарым баҫыр өсөн зинһар,
Төштәремә йышыраҡ кер генә.
Төштәремдә күрҙем һине, атайым,
Сәстәремдән һыйпап һөйҙөң һин,
“Тормош ауыр балам, тик сабыр бул,
Тик бирешмә генә” – тинең һин.
Төштәремдә күрҙем һине, атайым,
Шат йылмая ине күҙҙәрең,
Йәшәргә көс, сихри бер дәрт өҫтәй,
Төштәремдә әйткән һүҙҙәрең...
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.