Хәтер
10 Апреля , 05:02

Уҡытҡан доғаларыбыҙ уның рухына барып етһен

Беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ, тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайным, ҡартатайым Миңнехәир Миңнемырҙа улы Солтанғоловтың арабыҙҙан мәңгелек йортона күсеүенә 40 көн булды.

Уҡытҡан доғаларыбыҙ уның рухына барып етһенУҡытҡан доғаларыбыҙ уның рухына барып етһен
Уҡытҡан доғаларыбыҙ уның рухына барып етһен

Ҡәҙерле кешебеҙҙе тик изге һүҙҙәр, яҡты иҫтәлектәр менән иҫкә алайыҡ.
Ул изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, абруйлы, үҙ фәнен, уҡыусыларын яратҡан, тәжрибәле уҡытыусы, хәстәрлекле ғаилә башлығы, балалары өсөн өҙөлөп торған атай, киң күңелле, ярҙамсыл кеше булараҡ күңел түрҙәрендә ҡалды.
Ауыр мәлдә беҙҙең ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан, һуңғы юлға оҙатырға килгән барлыҡ туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, Ермолаево ауылы хакимиәтенә, ауылдаштарға, синыфташтарына, Ермолаево ауылының С.Ғ. Биктимиров исемендәге 2-се һанлы мәктәп уҡыусыларына, коллегаларына, Илкәнәй мәктәбе уҡытыусыларына, Күмертау ҡалаһының М.Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ уҡытыусылар коллективына ихлас күңелдән оло рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Яҡыныбыҙҙы белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙе тик йылы һүҙҙәр, яҡты хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ.
Уның ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ятҡан урыны йомшаҡ, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәт түрҙәрендә булһын. Уҡытҡан доғаларыбыҙ уның рухына барып етһен.
Мәрхүмдең тормош иптәше, улдары, килене, ейәне.

Автор:
Читайте нас