

Яҡыныбыҙ ихлас, изге, киң күңелле, намыҫлы, барыһына ла ярҙамсыл, мәрхәмәтле, оло йөрәкле кеше ине...
Һөйөклө кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр саҡта беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған, ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, яҡыныбыҙҙың рухын хөрмәт итеп килгән класташтарына, курсташтарына, дуҫтарына, Яҡшымбәт мәктәбе коллективына, уҡыусыларына, сығарылыш уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләренә, Октябрьск ҡасабаһындағы “Газпром” ойошмаһы, “Юшатыр” гәзите хеҙмәткәрҙәренә, барлыҡ туғандарға, күршеләргә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға,
ауылдаштарға ихлас йөрәктән оло рәхмәтебеҙҙе етекерәбеҙ. Барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ятҡан урыны йомшаҡ, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Мәрхүмәнең яҡындары.