

Иҫкә алыу
Һуғыш афәтен иҫкә алып
Һөйләй оло кешеләр.
Улар ҙа бик аҙ ҡалған
Баҡыйлыҡҡа киттеләр.
Күргән улар аслығын
Эштең булған ауыры
Көнө-төнө эшләһә лә
Туймаған шул тамағы.
Һыйыр егеп һөргән һабан,
Ултырталар ҡул менән.
Йоҡларға ваҡыт булмаған
Уянғандар таң менән.
Өҫтә кейем насар булған,
Өшөгән аяҡ-ҡулдар.
Һуғыш бөтөп, еңеүгә
Барыбер ышанғандар.
Балалар ҙа ярҙам иткән
Бар көсөнә тырышып.
Яландарҙа, ҡырҙарҙа
Бер-береһен уҙышып.
Көтөү көткән малайҙар
Иген утаған ҡыҙҙар
Шул саҡтарҙы иҫкә алып
Йәш быуынға һөйләрҙәр.
Ваҡыт үтәр, оноторҙар
Онотолмаҫ тик яҙғандар.
Бөтә булған теләгем шул
“Тыныс булһын донъялар”.
Яралар
Йөрәгең булһа яралы
Йәшәүҙең йәме булмай.
Күпме генә тырышһаң да
Шул яралар юл ҡуймай.
Яра ҡайҙан ярала һуң?
Яуап табыуы ҡыйын
Уйлап торһаң иҫкә төшә
Үткәргән һәр бер быуын.
Була яра уттан ҡыҙыу
Уның була боҙо ла,
Нисек кенә булһалар ҙа
Ялҡын булып ҡуҙғала.
Тормоштағы яраларҙы
Һанарға мөмкин түгел
Бармаҡ яраһы ла һыҙлай
Тик түҙә шуға күңел.
Йөрәк яраһы хәтәр була
Аңлата алмам һис кемгә,
Булмаһын ине яралар
Юғалһындар мәңгегә.
Яраларҙың иң тәрәне
Юғалтыуы балаңды,
Өләсәйҙең биш балаһы
Һуғышта ятып ҡалды.
Бәләкәй генә өләсәйем
Нисек итеп түҙгәндер?
Күҙ алдына килтерәм дә
“Хоҙай ярҙамын биргәндер”.
Күңелдәр булмаһын яралы,
Илдә булмаһын һуғыш.
Булғандар юғалһын мәңгегә
Йәшәйек әле тыныс.
Гармун моңдары
Зыңҡ-зыңҡ итеп һуҡты
Саратовский моңдары,
Шул моңдарҙы тыңларға
Сыҡты ауыл ҡатын-ҡыҙҙары.
Һуғыш бөтөп, ҡайтып килде
Иҫән ҡалған ир-аттар,
Тилмереп һаман көттө
Ялғыҙ ҡалған ҡатындар.
Ҡапҡа төбөнә сығып
Тыңланы гармун моңон,
Берсә тыңлап, берсә илап
Көттөләр һөйгән йәрен.
Күңелдәрҙе тибрәлдереп
Моңдар өҙҙө үҙәкте
Өҙөлгәндәр ялғанманы
Улар һаман да көттө.
Ялғыҙ үткән йәшлегенә
Кем генә һуң ғәйепле?
Егет ҡулы сикәһенән
Бер һыйпап та үтмәне.
Әйтелмәне йылы һүҙҙәр,
Йылы ҡосаҡ күрмәне,
Яҙмышына риза булып
Ғүмеренең үткәнен дә һиҙмәне.
Өмөт итеп ғүмер буйы
Эҙләне лә ул эҙләне,
Эҙләгәнен тапмаһа ла
Барыбер өмөтөн өҙмәне.
Онотола буламы һуң
Иҫән булған кешегә.
Доға уҡып, иҫкә алам
Яҙмайым бит тикмәгә.
Фотоларҙа: Ғәзиз Ғәбиҙулла улы Батыршин - Гөлшат апайҙың атаһы һәм Ярулла Ғатаулла улы Байназаров – Гөлшат апайҙың ҡайныһы.