

Йылдағыса 9 майҙа Түбәнге Баба ауылында тантаналы митинг уҙҙы. Обелиск янына дәррәү генә йәше лә, ҡарты ла йыйылып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алдыҡ. Метроном тауышы аҫтында минутлыҡ тынлыҡ булды, күмәкләп киң билдәле "Катюша" йырын йырлап флешмобҡа ҡушылдыҡ. Балалар Еңеүгә арналған шиғырҙар һөйләне, ололар һуғыш ваҡытында күргән ауыр михнәттәре тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Һуңынан зыяратҡа барып, махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылдашыбыҙ Мырҙагилдин Айнур Вәли улының ҡәберенә сәскәләр һалып, уның рухына арнап, Ҡөръән аяттары уҡылды.
Илебеҙҙең иң ҙур байрамы-Еңеү байрамын беҙ тыуғандан бирле хөрмәт итеп өйрәнгәнбеҙ. Беҙҙе шулай тәрбиәләнеләр. Киләһе быуындар ҙа был байрамды шулай хөрмәт итерҙәр, тип ышанғы килә.
Земфира Вәлиева, Түбәнге Баба ауылы.