Хәтер
12 Мая , 09:32

Һуңғы яҙың булды...

Көйөргәҙе районы хакимиәте бухгалтерияһында баш белгес булып эшләгән Людмила Сычева яҡты донъяларҙан китеп барған.

Һуңғы яҙың булды...Һуңғы яҙың булды...
Һуңғы яҙың булды...

Кем ул тип һорағаны аҙ булыр - Людмила Николаевнаны район тормошо менән аҙмы-күпме таныш булған һәр кеме белә. Оҙаҡ йылдар эшләне ул хакимиәттә, беҙ былай тип оло инәйҙәр хаҡында яҙырға тейешбеҙ кеүек, әммә Людимлаға әле ни бары 50 генә йәш ине.

Был кеше тураһында һәр бере шул тиклем һәйбәт ине ул, тип иҫкә алалар, бер кемгә бер ҡасан ауыр һүҙ әйтмәҫ, һәр саҡ алсаҡ, ихлас яғымлы булды, тиҙәр. Ярты быуат ғүмере эсендә ул, моғайын, береһен дә рәнйеткәне булмағандыр. Тимәк, мәрхүмәнең йәне туп-тура ожмахтарға ҡарай осто.

Беҙ Людимла Николаевнаның әсәһенең, туғандары - Борис, Татьянаның бик ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Сабырлыҡтын һеҙҙе айырмаһын. 

Автор:
Читайте нас