Хәтер
15 Мая , 03:53

Иҫән булһа, 80 йәш тулған булыр ине

Быйыл ҡәҙерле тормош иптәшем, әнәйебеҙ, нәнәйебеҙ Мәрфуға Һибәтулла ҡыҙы МӨЛӨКОВАның беҙҙе оло ҡайғыларға һалып яҡты донъяларҙан китеүенә 5 йыл була. Ғәзиз кешебеҙҙе тик изге һүҙҙәр, яҡты иҫтәлектәр менән иҫкә алайыҡ.

Иҫән булһа, 80 йәш тулған булыр инеИҫән булһа, 80 йәш тулған булыр ине
Иҫән булһа, 80 йәш тулған булыр ине

Ул изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, абруйлы, үҙ фәнен, уҡыусыларын яратҡан, тәжрибәле уҡытыусы булды. Әнәйебеҙҙең уҡытҡан уҡыусылары уны матур хәтирәләр менән иҫкә алалар, ҙур рәхмәттәрен әйтәләр.
Әнәйебеҙ беҙгә, балаларына ла, матур тәрбиәһен бирҙе. Ейән-ейәнсәрҙәрен дә тәрбиәләште. Беҙ уға мең рәхмәтлебеҙ.
Быйыл һөйөклөбөҙгә, иҫән булһа, 80 йәш тә тулған булыр ине.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе белеүселәр, уның изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ. Беҙ әнәйебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, ул мәңге беҙҙең иҫтә.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне ожмахтың түрендә булһын.
Мәрхүмәнең тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә –бүләсәре.

Автор:
Читайте нас