Хәтер
23 Мая , 04:56

Иҫән бул, Шатунов ауылы

Бөгөн данлыҡлы яҡташыбыҙҙың үлгән көнөнә дүрт йыл булды.

Иҫән бул, Шатунов ауылыИҫән бул, Шатунов ауылы
Иҫән бул, Шатунов ауылы

...Был бәләкәс кенә ауылдан да шундай кеше сығыр икән. Савельевкала булған юҡ ине, янынан үтәһең дә китәһең, шулай ҙа башты бороп ҡарайһың: анау ағастар артындағы бөтөп барған ауылда Ю. Шатунов тыуған. Юғары аһәңгә табынып йәшәгәндәр өсөн Ласковый Майҙың ижады ташҡа үлсәйемдер, ни тауыш, ни моң, кендек күрһәтеп кейенгән йәтимдәрҙең сәхнәлә ҡыйшаңлап йырлаған зарлы йырҙары ла булдымы йыр? Тик был йырҙар күптәрҙең йәшлеге, бала сағы менән ауаздаш, бәлки, күберәге шул яғы менән ҡәҙерлелер Юрий. Ул заманда үҙебеҙ руссалап һаулыҡ һорашырға ла эшкинмәһәк тә, Ласковый Май йырҙары күңелгә ныҡ яҡын ине. Интернационал илдә йәшәнек тә. Бөгөн Савельевкаға аяҡ баҫтыҡ, тиҙҙән Шатуновтың тыуған көнө, бер һылтауҙан күрәйек ауылды. Әле тере сағында. Был ауыл матур ғына ерҙә урынлашҡан. Йыраҡта ташландыҡ ферма күренә - бында ла ҡасандыр һыйыр һауғандар икән.

Ауыл буйлап бер ир килә, тәү күҙ ташлағас, байғошораҡ ҡына икән был тиһәк, тауышы хәтәр генә сыҡты:
- Нимә эшләп йөрөйһөгөҙ, нимә юғалттығыҙ? - һорауы янау һымаҡ. Шулай-шулай килеп сыҡтыҡ әле, ауыл менән танышырға.
- Нимә, миңә бәйләнмәксеһеңме әллә? Күмертауҙағы Донбасты беләһеңме? - туҡһанынсы йылдарҙа урамда осраған хулиган һымаҡ өндәшә был, кеҫәһенә ҡулын тыҡты, әллә унда бысағы бармы икән? Донъя әллә ҡалай хәҙер, ниндәй генә әҙәмде осратмаҫһың.

Һин кем дә, мин кем тип һөйләшә торғас, Донбасс уртаҡ таныш икәнлеге асыҡланғас, был тынысланды, ҡулындағы пакетында әллә нисә шешә шылтырай, ағай байрам итергә ныҡлап әҙерләнеп йөрөй ахры, хәйер, байрамды башлаған да инде, башын төҙәтеп алған. Машинанан хәбәрсе ҡыҙ төштө. Уны күргәйне, ағайыбыҙ бөтөнләй йомшарҙы, йәйелде лә китте, иренен ялап ҡуйҙы - эһем-эһем.
- Нимә, Савельевкала ҡыҙҙар юҡмы әллә?
- Море бында ҡыҙҙар. Көн дә алмаштырып торам, - кәүҙәгә сибек кенә булһа ла, ғәйрәте хәтәр икән бының. 18 йәшлектәр көнләшерлек.
Беҙҙең ниндәй маҡсат менән йөрөгәнде белгәс, ағай әллә ҡайһы яҡҡа ҡулын һелтәне:
- Анауында мәктәп бар ине, шунда уҡыны Юра. Аҙаҡ Әтрәттә торҙо, күпмелер ваҡыттан унан да алып киттеләр. Ауыл бөтөп бара? Йәй көнө бөтөн өйҙәрҙә кеше йәшәй, ҡышын биш-алты йорттан ғына төтөн сыға. Мин гел ошонда. Урыҫ ауылында йәшәһәм дә, башҡорт мин. Бөрйәндән, Байназарҙан. Ҡатын? Бар. Татар. Ул ҡалала эшләй. 

Интернационалист ағайыбыҙ, шешәләрен шалтырлатып, китеп барҙы, Кәзә аҫрайым ти ине, уларҙы көттөргөһө килмәне ахры. Бәлки, беҙҙең менән һөйләшеп торған арала, тамағы ла сарсап киткәндер.
Хуш бул, Шатунов ауылы, һау бул, ағай, иҫән булһаҡ, һин дә имен булһаң, тағы күрешербеҙ әле.
Автор:
Читайте нас