

Фотоларҙа Күмертауҙа 2013 йылда үткән "Һылыуҡай" конкурсынан күренештәр. Олоғая барған һайын үткәндәр һағындыра, быныһы тәбиғи, шуныһы: бындай милли саралар бүтәнсә булмаҫ кеүек. Күмертау батыры, һылыуы кеүек сараларҙы үткәрергә кадрҙар юҡ, теләк тә юҡтыр, элек РЦНТ булды, бөтәһен ул ойоштора, әҙерләй торған ине, уны ла яптылар, әле инде был эшкә кем тотонһон? Ғәйәт ҙур, ауыр эш ул - кем ҡасан да булһа үҙе ойоштороп ҡараған, шул ғына белә.
Ҡартая барған һайын, ҡыҙҙар матурыраҡ күренә тиҙәр, конкурста ҡатнашҡан һылыуҙар ҡалай сибәр булғандар! Бында йәштең ҡыҫылышы юҡ, улар әле лә бик матурҙар - һайлап ала белгәнбеҙ заманында.
Йәл. Былар барыһы ла һағынып һөйләргә генә ҡалды.