

Яңыраҡ ҡына яҡты донъя менән хушлашҡан абзыйыбыҙ, бөтөн туғандары, уны белгән барсаһы, Зәк-Ишмәт халҡы, ҡәләмдәштәре менән бергә беҙҙең өсөн дә был ҙур юғалтыу.
Башҡортостан, Татарстанда киң билдәле шәхес, яҙыусы, журналист Закир Насир улы, барыбыҙҙың остазы, байтаҡ әҫәрҙәр яҙған, китаптар сығарған, түрә вазифаларын да башҡарған абзыйыбыҙ шулай ҙа баҫалҡы ине, мин-мин тип йөрөгәне булманы, халҡы, милләте өсөн янды, "Юшатыр" гәзите менән гел тығыҙ бәйләнештә булды, күпме мәҡәләләрен, хикәйәләрен, шиғырҙарын баҫтырҙы ул беҙҙә!
- Мотлаҡ баҫығыҙ тип әйтмәйем, оҡшаһа, кәрәк тип тапһағыҙ, - тиер ине абзыйыбыҙ. Баҫмаған ҡайҙа! Олуғ шәхестең беҙгә ҡарата ихтирамы ла, иғтибары ла баһа был! Бөгөн Зәк-Ишмәт кенә түгел, барлыҡ татар, башҡорт милләте улын юғалтты.
Рәхмәт һиңә, Закир абзый, бөтәһе өсөн, урындарың ожмахта булһын. Беҙ З. Аҡбәровтың тормош иптәше Рәсимә апайҙың, балаларының, яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Яҙыусы менән хушлашыу иртәгә ҡала ветерандар Советы янында сәғәт 12.00-дә буласаҡ.