Хәтер
29 Мая , 03:26

Закир тигән шәхес берләштерҙе

Яҙыусы З. Аҡбәров оло юбилейы айҡанлы дуҫтарын йыйҙы.

Закир тигән шәхес берләштерҙеЗакир тигән шәхес берләштерҙе
Закир тигән шәхес берләштерҙе

Тормош артынан ҡыуып, бер беребеҙҙе бик күреп тә бармайбыҙ ахры, бында аралашыр өсөн ҙур майҙансыҡ булды. Һөйләгәндәр әҙәбиәт, сәнғәт, заман ҡуйған һорауҙар ине. Ирҙәр генә йыйылһаҡ та (Н. Лапшина бер нисә минутҡа кереп, ихтирамын белдереп китте), төрлө ҡатлам, төрлө өлкә кешеләре булһаҡ та фекерҙәр бер булды, Закир тигән шәхес беҙҙе шулай берләштерҙе.

5 март, 2017 йыл

Закир абзыйҙың, бер уңайҙан, бер мәрәкәһе лә иҫкә төштө: 

ЮШАТЫР ҺАҠАЛҺЫҘ ҠАЛДЫРҘЫ
Былтыр йәй, Мәскәү бушбоғаҙҙарына оҡшатыңҡырап, һаҡал үҫтереп ебәргәйнем. Көҙгөгә ҡарайым — ярайһы ғына кеүек. Урамға сыҡһам, берәүҙәр - «килешә», икенселәр «килешмәй, ямаҡлата, ҡартайта» ти. Был «бәхәс»кә нөктәне «Юшатыр» ҡуйҙы.
Зәк-Ишмәттә уҙған байрам тураһында репортаж баҫылғайны. Ҙур фотоһүрәте лә бар: район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, уның эргәһендә ниндәйҙер һаҡалтай, әллә ваххабит, әллә ябай бандит. Ентекләберәк ҡараһам — мин дә баһа!.. Шунда уҡ һаҡалымды ҡырып ташланым... Бына гәзиттең тормошҡа йоғонтоһо!..
«Юшатыр»ҙы уҡыйым, «Юшатыр»ға яҙышам, «Юшатыр»ҙың түңәрәк өҫтәлдәрендә ҡатнашам, был гәзитһеҙ минең йәшәйешем теүәл булмаҫ ине.
Закир Аҡбәров, яҙыусы

Закир тигән шәхес берләштерҙе
Закир тигән шәхес берләштерҙе
Автор:
Читайте нас