

Беҙ ҙур юғалтыу кисерҙек, етем ҡалдыҡ, ғаиләбеҙ һәм бөтә яҡындарыбыҙ аҡыллы әйҙәүсеһеҙ ҡалды. Был ауыр көндәрҙә күптәр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашты, йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. Беҙҙең менән бергә Закир Насыр улын һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, тел һәм матди ярҙам күрһәткәндәргә, ауыр саҡта яныбыҙҙа булған туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәт. Хушлашыу һәм ерләүтантанаһын ойошторған өсөн Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенә һәм шәхсән ҡала башлығы Олег Анатольевич Астаховҡа, Көйөргәҙе районы хакимиәтенә, Күмертау ҡала ветерандар советына, «Күмертауское время» һәм «Юшатыр» гәзиттәре редакцияларына, «Арис» телерадиокомпанияһына, Күмертау яҙыусылар ойошмаһына, Күмертау ҡалаһы Татар конгресы Башҡарма комитетына, М.Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ коллективына, Күмертау ҡалаһының имам-мөхтәсибе Айнур Ҡәҙимовҡа, Илшат Ғәҙеләйев хәҙрәткә, мосолмандар ерләү хеҙмәтенә һәм шәхсән Азат хәҙрәт Хәлиловҡа оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Шулай уҡ Күмертау ҡала дауаханаһы табиптары Наталья Викторовна Фәйрушинаға, Руслан Зөфәр улы Кучкаровҡа, Римма Раил ҡыҙы Ниғмәтуллинаға һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәренә ғәзиз кешебеҙҙең ғүмерен оҙайтҡандары һәм беҙгә уның янында оҙағыраҡ булырға мөмкинлек биргәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла һаулыҡ, именлек һәм тыныс күк йөҙө теләйбеҙ! Ә беҙҙең Закир Насыр улы хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡ. Ҡәҙерле кешебеҙҙең урыны ожмахта булһын.
Акбәровтар һәм Шәйәхмәтовтар ғаиләләре.