

— Белмәйем шул, — тине ул бындай тәҡдимгә аптырай биреп һәм бер ничә секундҡа тын ҡалды. — Халыҡ ҡабул итһә, фатиха бирһә, унда ла эшләп, хужалыҡты күтәреп була...
Август айында «Таймаҫ» совхозын өҙәкләгән Тураевты «Мораптал» совхозына директор итеп күсереп тә ҡуялар.
Алыҫҡа китеп, бер нәмә генә әйтмәксебеҙ: Етәкселәрҙең дә бит төрлөһө бар. Берәүҙәр хужа булып алыу өсөн, халыҡҡа алтын тауҙары вәғәҙә итә, ә креслоға ултырҙымы, барын да онота. Ә бына Тураев үҙенсә бер кеше. Күп һөйләмәҫ, фәлсәфә яратмай. Иң мөһиме, буш вәғәҙә менән туйҙырмай, әйттеме — бөттө. Директор итеп һайлағанда, юлдар һалдырырға, машина-трактор мастерскойҙары, квартиралар, башҡа бик күп нәмә төҙөргә вәғәҙә итте. Шөкөр, ике йыл ярым ғына эшләй, ә әйткәндәрен үтәп килә. Беҙгә күптән бындай хужа етмәй ине...» Был фекерҙе, мин совхоз ауылдарында йөрөгәндә күптәнге бер таныш ағайҙан, һуғыш һәм хеҙмәт ветеранынан ишеттем. Кешенең, бигерәк тә етәкселәрҙең дәрәжәһе менән иҫәпләшмәҫ, барыһын да күҙгә ҡарап, ярып әйтергә күнеккән (был ағайҙан, һынаусан ир-уҙаманынан, йылы һүҙҙәр ишетеүе, ай-һай, еңел түгел!)
— Хикмәт төҙөлөштө яратыуҙа-яратмауҙа түгел, — тип фекер йөрөтә Ришат Ибраһимович, район етәксеһе менән теге саҡтағы һөйләшеүҙе ҡайтанан хәтерләп. — Төҙөлөш материалдары юҡ, тапһаң да, хаҡы алтынға тиң. Фонд буйынса бүленгәндәрен дә хатта бартер алмашыуы аша ғына ҡайтарып була. Бындай михнәткә һәр етәксе лә атлығып тормай, ауырлыҡҡа һәммәһе лә күнмәй.
Инде ташҡа яҙылған, тормошта бишләтә һыналған был хәҡиҡәтте танымай булдыра алмайбыҙ. Шуға ла Тураев совхоздағы эшмәкәрлеген ошо тармаҡтан башлаған. Ә мираҫ, алда әйткәнебеҙсә, яҡшынан түгел ине. Һуңғы ике йылға тиклем Тимербай, «Яҡуп» бүлексәләренә күтәрелгән юл булманы, яҙын-көҙөн, ҡышын ундағы тормош утрау тормошон хәтерләтте. Халыҡтың юл ғазабы менән бергә юлһыҙлыҡтан производство ҙур ҡаза күрҙе. Бөгөн хәл бөтөнләй башҡа. Был ауылдарға йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә еңел машиналарҙа барып була. Күмертау ҡалаһынан хужалыҡтың барлыҡ ауылдарына ла һуғылып, өс маршрутта автобустар йөрөй. Улар — Күмертау — Малаҡан (Шишмә), Күмертау (Яҡуп аша) — Абдул һәм Свобода, Түкән, Кинйә ауылдарын үтеп, Күмертау — Тимербай. Ул ғына түгел, Тураев килгәс, бер нинәй терәүһеҙ, ярҙам-ярҙам иткән (төбәктәре халыҡ уны танк күпереҙәре, тип кенә йөрөтә, сөнәки ул, һүтеп ҡуйылған, конверсияланған танкыларҙың үҙәгенән яһалған) өс күпер ҡоролған. 1991 йыл совхоз үҙ иҫәбенә Васильевка ауылынан Күмертауға тура юл һалдырҙы. Әле уны ярырға 45 саҡрым ярым ара ғына ҡалған. Ҡалаға урау юлдан йөрөгәндә 45 километр үтергә тура килһә, яңы юлдан ул 20-21 километрҙан артмай!
Ошоғаса совхозда бер генә техник хеҙмәтләндереү пункты ла булманы, механизаторҙар йылы эш урыны күрмәй яфа сикте. «Ҡот» ҡа бары Тураев директор булып килгәс кенә күҙәтелде. Улар тракторға «Һалҡын Шишмә», «Яҡуп» бүлексәләрендә ҡоролған. Түкәндә төҙөлөп ята, Кинйәлә тамамланып килә. «Абдул», «Тимербай» бүлексәләренә лә материалдар ҡайтарылған. Һуңғы ике-өс йыл ярымда дүрт һыйыр һарайы реконструкцияланған, ике нисә һарайына капиталь ремонт үҙгәрелгән, ике һарыҡ ҡураһы төҙөлгән. Әле һалҡын Шишмәлә 200 башҡа һыйыр һарайы төҙөлә башланы. Төҙөлөш материалдары склады ҡороп ҡуйҙылар. Социаль-көнкүреш объекттары селтәре тағы ла киңәйҙе. Совхоз ауылдары мәктәптәр менән тәьмин ителгән. Әле тағы ла Кинйә, Тимербай ауылдарында «Күмертаустрой» тресының 325-се механизацияланған күсмә колоннаһы, 2-се төҙөлөш идаралығы һигеҙ йыллыҡ мәктәп төҙөй. Түкәндә, һалҡын Шишмә ауылдарында ла ошондай типовой мәктәптәр үҙ ишеген асҡан. Совхозда эшләгән ете балалар баҡсаһының да өсәүһе — Тимербай, Кинеә, Абдулдағыһы — «Тураев килгәс» һалынған. Түкәндә кирбестән медпункт, Яҡупта, һалҡын Шишмәлә магазин сафҡа ингән, Ҡарай ауылында нигеҙен әҙерләгәндәр.
Совхоз ауылдарында хужалыҡ квартиралары, шәхси йорттар төҙөү тураһында айырым әйтмәй булмай, сөнәки төбәктә йәшәгән халыҡтың, бигерәк тә йәштәрҙең яҙмышы, ғөмүмән, ер кешеһенең киләсәге туранан-тура урындарҙа был мәсьәләнең нисек хәл ителешенә бәйләнгән. Нисек кенә ауыр булмаһын, совхоз йыл да ике квартиралы дүрт йортто файҙаланыуға тапшыра, уның аҡсыһын иң уңған, тырыштарға тапшыра. Әммә иң мөһиме — хужалыҡта шәхси йорт һалырға ниәтләнеүселәрҙе хуплайҙар һәм уның ихтыяждарын беренсе булып ҡәнәғәтләндерәләр. Был — директорҙың елгә осмаҫ вәғәҙәһе, ул үтәлмәй ҡалмай. Кеше ышанырмы-юҡмы — ошоғаса үҙәк бүлексәлә генә түгел, башҡаларында ла шәхси төҙөлөш булмаған, белгесе йә, ябай эшсеһе йә совхоз фатирҙарына өмөтләнеп тик йәшәгән. Тураев иһә бындай аңһат донъя хыялын емерҙе һәм, алда әйткәнебеҙсә, ҡарашын йыртып һалды. «Йәшел урам» асыу, билдәле, шунда уҡ үҙ һөҙөмтәләрен күрһәтте. 1989 йыл уҡ 15 кеше ағас алһа, 1990 йыл 20 эшсе өй һалырға кереште, ә 1991 йылда 22 кеше үҙ донъяһын ныҡлап нығыта башлаған.
Байтаҡ һоҡланып йөрөнәк беҙ совхоз ауылдарында. Ҡайтырға йыйынғанда, талғын ел көсәйеп, һепертмә буран күтәрелде. Буласаҡ сәфәр мәшәҡәттәренә аптырап, икеләнеберәк торғанда, эргәгә оло йәштәрҙәге генә бер ағай килде лә тынысландырҙы. «Бер ҙә ҡурҡмағыҙ, — тине ул, — Тураев юлынан, тураға ғына сығығыҙ. Батмаҫһығыҙ ҙа, аҙашмаҫһығыҙ ҙа...»
Ришат Тураевтың "Яманһары" китабынан, 2010 йыл.