Хәтер
26 Июнь , 00:22

Ышанғы килмəй

 2023 йылдың 24 июнендә ғүмеренең 71-се йәшендә бөтәбеҙ ҙә ысын күңелдән яратҡан Ибәтуллин Рафаил Әхәт улы беҙҙең аранан китте

Ышанғы килмəйЫшанғы килмəй
Ышанғы килмəй

Йән өҙгөс был ваҡиғаға, ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙҙең эргәбеҙҙә булмауына 3 йыл үтеп киткәненә ышанғы ла килмәй. Ул иң яҡшы атай, ир, аға, дуҫ һәм, әлбиттә, өлгөлө етәксе ине. Ибәтуллин Рафаил Әхәт улы (19.06.1953 — 24.06.2023) Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Айтуған ауылында тыуған. 1976 йылда ВЛКСМ-дың ХV йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаһа, ә 2007 йылда РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын уңышлы тамамлай. Рафаил Әхәт улы бөтә ғүмерен медицина өлкәһенә һәм Күмертау ҡалаһының ижтимағи үҫешенә бағышланы. 1976 йылдың авгусынан 1985 йылдың майына тиклем Балаҡатай районының үҙәк санитария-эпидемиология станцияһының баш табибы булып эшләне. Ә 1985 йылдың июненән 2018 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор идаралығының Күмертау, Мәләүез ҡалаларындағы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Фёдоровка райондарындағы биләмә бүлеге начальнигы, баш табибы булды. Санитария-эпидемиология хеҙмәте системаһында эшләгән осорҙа уның алдынғы идеялары, маҡсатҡа ынтылышлылығы, мәсьәләләрҙе дөрөҫ хәл итә белеүе коллективҡа беркетелгән биләмәләрҙә санитария-эпидемиология именлеген тәьмин итеүҙә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирҙе. Р. Ә. Ибәтуллин ҡатнашлығында биләмә бүлеге тарафынан «Күмертау ҡалаһы халҡының санитария-эпидемиология именлеген тәьмин итеү», «БР Күмертау ҡалаһы ҡала округында экологик хәүефһеҙлек» маҡсатлы программаһы, «БР Күмертау ҡалаһы ҡала округында балалар туҡланыуын ойоштороу системаһын камиллаштырыу» программалары эшләнде. Ошондай наградаларға лайыҡ булды:

- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998 й.)

- Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почетграмотаһы (2002 й.)

- Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007 й.)

Коллектив һәм башҡа ҡалаларҙағы барлыҡ хеҙмәттәштәре уны һөнәри һәм шәхси сифаттары, тырышлығы һәм маҡсатҡа ынтылышлылығы өсөн юғары баһаланы, ә ғаиләһе һәм яҡындары — изгелеге, түҙемле холҡо һәм һәр саҡ ярҙамға ашығырырға әҙер булыуы өсөн яратты. Уның тураһындағы хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңгегә ҡалыр. Ҡәҙерлебеҙҙе һәр ваҡыт тик яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алырбыҙ, ул мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланыр.

Барлыҡ туғандары исеменән ҡыҙы Земфира.

Автор:
Читайте нас