

Рәмил туғаныбыҙ кешеләргә, туғандарына, ауылдаштарына һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, кешелекле, ярҙамсыл, иптәштәре, яҡташтары араһында гел ихтирамға лайыҡ булды.
Туғаныбыҙҙы белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Яҡыныбыҙ изге уйҙар менән йәшәне. Халҡыбыҙ яҙмышына, ауылыбыҙ үҫешенә битараф булманы. Ул йөк машинаһында эшләгән осорҙа, Бөрйәндән ағас ташып, күп кешеләрҙе өйлө итеүҙә үҙ өлөшөн индерҙе.
Ҡәҙерлебеҙҙең йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын ине.
Апаһы Люциә, ағаһы Миңулла һәм уларҙың ғаиләләре.