

Урал ағай үҙе лә белгертмәне (донъяла былай ҙа, минекенән башҡа, ҡайғы күп тинеме икән?), башҡаларҙан да ишетмәнек. Айсыуаҡ ауылынан килгән бер кеше генә әйтте. Оят булып китте – беҙҙең редакцияла нисәмә йыл эшләгән, ауыл хужалығы, башҡа темаларға күп яҙышҡан хәбәрсебеҙҙең ҙур юғалтыуы хаҡында күрмәмеш тә белмәмеш булып ултырабыҙ.
Тормош иптәше, Люциә апай, ныҡ сирләй икәнен белә инек, Урал Мөхәмәтйән улына теләгәнек тә булды: апайыбыҙ иҫән булһын, шәбәйһен (былайтып әйткәнгә ағайыбыҙ шулай тип ҡуйғайны: ҡуй, малай, ҡартлыҡтан да алама нәмә юҡ ). Тик беҙҙең теләк теләү менән генәме ни, У. Ҡәйүповтың оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп йәшәгән хәләл ефете яҡты донъя менән хушлашҡан...
Урал Ҡәйүпов – беҙҙең өсөн яҡын кеше, уның табыш-юғалтыуҙары ла, тимәк, тулыһынса беҙҙеке. Йыш күрешмәһәк, гел генә хәбәрләшеп тормаһаҡ та, беҙ ошо ауыр ваҡытта һинең янда, ағай.
“Юшатыр” гәзите коллективы коллегабыҙ Урал Ҡәйүповтың, уның яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Сабырлыҡ теләйбеҙ. Люциә Фәтхелислам ҡыҙының урыны омахтарҙың түрендә булһын.