

Беҙҙең әтей, Хөсәйенов Закир Фәйзулла улы һәм Хөсниямал Хәжи ҡыҙының беренсе балалары булып 1937 йылдың 15 апрелендә донъяға килә. Бер-бер артлы һеңлеһе, мырҙаһы тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы әтейҙәре Фин һуғышына китә, Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғала. Әнейе мәктәптә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй, ауыр йылдар булыуға ҡарамаҫтан өс баланы бер үҙе тәрбиәләп үҫтерә.
Армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡас әтей хеҙмәт юлына шофер вазифаһында башлай. Әнейебеҙ Лена Лотфрахман ҡыҙы менән үҙ яҙмыштарын бәйләйҙәр, дүрт балаға гүмер бирәләр. Бик күп йылдар Абдул ауылы советы рәйесе, Мораптал совхозында директор урынбаҫары вазифаларын башҡара. Ҡайҙа ғына эшләмәһә лә, ул үҙ эшен еренә еткереп эшләне, кешеләргә кешелекле, итәғәтле, ярҙамсыл булды.
Әнейебеҙгә хәстәрлекле тормош иптәше, беҙгә аҡыллы кәңәштәре менән ныҡлы терәк-таяныс булды.
Беҙ әтейебеҙҙе һағынабыҙ, юҡһынабыҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе белеүселәр, уны беҙҙең менән бергә изге уйҙар, яҡшы һүҙҙәр менән иҫкә алһағыҙ ине.
Ҡәҙерле әтейебеҙҙең йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.