Хәтер
5 Августа , 03:31

Яҡындарыбыҙҙы юҡһынабыҙ, һағынабыҙ

Бөгөн беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле, изгелекле әнейебеҙ, хөрмәтле ҡәйнәбеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ, ҡарт әсәйебеҙ Флүрә Ғөбәйҙулла ҡыҙы ӘХМӘТЙӘНОВАның беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, мәңгелеккә китеүенә 10 йыл булды.

Яҡындарыбыҙҙы юҡһынабыҙ, һағынабыҙЯҡындарыбыҙҙы юҡһынабыҙ, һағынабыҙ
Яҡындарыбыҙҙы юҡһынабыҙ, һағынабыҙ

Ун йыл – күпме ваҡыт үткән, әммә уның нурлы йөҙө бер ҡасанда күҙ алдынан китмәй, һәр ваҡыт йөрәк түрендә. Әнейебеҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, йор һүҙле, шаян, ярҙамсыл кеше ине. Ниндәй генә ауырлыҡтар кисерһә лә, күңел төшөнкөлөгөнә бер ҡасан да бирелмәне, тешен ҡыҫып еңә белде ауырлыҡтарҙы. Тормоштоң ауырлыҡтарын үҙ иңенә күтәреп, балаларына, ейәндәренә терәк-таяныс булып йәшәне. Ул ысын мәғәнәһендә ғаилә усағы, йылы өй, ышаныслы терәк ине беҙҙең өсөн.
Шулай уҡ ҡәҙерле әтейебеҙ, яратҡан олатайыбыҙ, ҡарт олатайыбыҙ Рәфҡәт Кәрим улы ӘХМӘТЙӘНОВтың да арабыҙҙан китеүенә 2 йыл тулды. Беҙ яҡындарыбыҙҙы юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә улар күңел түребеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Ғәзиз кешеләребеҙҙе белеүселәр, уларҙың яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ. Йөрәктәребеҙҙә уларға ҡарата һөйөү нуры мәңге һүнмәҫ. Ҡәҙерлеләребеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урындары ожмахта булһын. Уларға атап ҡылған доғаларыбыҙ рухтарына барып ирешһен, изге аманаттарыбыҙ ҡабул булһын. Беҙ уларҙы яратыуыбыҙҙы, хәтерләүебеҙҙе изге доғаларҙа, яҡты иҫтәлектәрҙә һаҡларбыҙ.
Мәрхүмдәрҙең балалары, килен-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре исеменән ҡыҙы Фәүзиә.

Автор:
Читайте нас