Хәтер
7 Август , 09:36

Тормошҡа ашмаған теләктәр

Азамат Үтәгәнов яҡты донъяларҙан китеп барған.

Тормошҡа ашмаған теләктәрТормошҡа ашмаған теләктәр
Тормошҡа ашмаған теләктәр

Кем ул тип һораусы кеше булмаҫ, уны белмәгәне хәҙер ҡалманы ла ахры, Күмертау ҡалаһы ғына түгел, Азамат Зариф улын бөтөн Башҡортостан белде.

Беҙ уның тураһында ошо мәҡәләне баҫҡан инек:

Батырлыҡ өлгөһө
Беҙҙең тыуған илебеҙ көслө рухлы ир-егеттәребеҙгә бай. Еңел булмаған бурыс - ил именлеген һаҡлау уларҙың иңенә төшә. Районыбыҙ һәм ҡалабыҙҙан ил һағына баҫыусы егеттәребеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Махсус хәрби операцияһында ҡатнашҡан һәр яугирыбыҙ өсөн бар күңел менән борсолабыҙ, уларға именлек теләп таң атҡарабыҙ.
Азамат Үтәгәнов мәктәп йылдарында теүәл фәндәрҙе үҙ итә. Математика уҡытыусыһы булырға хыяллана, тик ҡапыл ғына тормош юлын хоҡуҡ хаҡлау өлкәһе менән бәйләй. Юрист һөнәренә эйә булып, эш башлап ебәрә. Уның зирәклеге, компетентлығы, эшенә бирелгәнлеге хеҙмәттәштәренең тәрән хөрмәтенә эйә була.
Зариф Ғариф улы менән Зилә Сөнғәт ҡыҙы балаларын илһөйәрлек рухында тәрбиәләйҙәр. Шуға күрә лә Махсус хәрби операция башланғас та Азамат Ватаныбыҙ һағына баҫыу теләге менән яна башлай. Уйланғандан һуң, берәүгә лә әйтмәй үҙ теләге менән яуға юллана. Тик алыштарҙың береһендә бик ҡаты яралана. Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнә яугирыбыҙ.
- Тыуған илде һаҡлау - беҙҙең изге бурысыбыҙ һәм мин бер нисек тә бынан ситтә ҡала алманым. Спорт менән шөғөлләнгәс, сәләмәтлегем дә быға юл ҡуймай ине. Шуға күрә тыуған илем минең ярҙамға ла мохтаждыр тип МХО-ға барырға булдым. Генерал-мойор Шайморатов минең өсөн һәр ваҡыт батырлыҡ өлгөһө ине. Шуға күрә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонында хеҙмәт иттем.
Минеңсә, тыуған ил патриоттары ул Махсус хәрби операцияла булған яугирҙарҙан тыш еңеүгә үҙ өлөшөн индергән граждандар ҙа, - ти Азамат Зариф улы.
Әлеге ваҡытта МХО ветераны яҡындары янында ҡәҙер-хөрмәттә, ҡалабыҙҙа адвокатлыҡ эшен дауам итә. Ябай, илһөйәр кешеләр тормошобоҙ йәме һәм уның тотҡаһы. Азамат Үтәгәнов тап шундай кешеләр рәтендә. Исеме лә бит бөйөк, ғорур, батыр егет тигәнде аңлата. Беҙ батырыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Гүзәл МИРКАСИМОВА, "Юстас" адвокаттар бюроһы адвокаты:
- Азамат Зариф улын күптән беләм. Ун йылдан артыҡ бергә эшләйбеҙ. Ул үҙ эшен яҡшы белгән, һәр кемгә итәғәтле булған белгес, коллективта абруйы ла ҙур уның. Шулай уҡ ул яҡшы дуҫ та. Ниндәй генә тормошта хәлдәр килеп сыҡмаһын ул һәр ваҡыт ярҙамға әҙер кеше. Мин уға ихтирам һәм һоҡланыу менән ҡарайым. Ғаиләле булып, яҡшы эштә эшләп, материаль яҡтан ҡытлыҡ белмәгән һәр кеше бындай аҙымға барырға баҙнат итмәҫ тә ине, бәлки. Азамат Зариф улы барлыҡ ошо уңайлыҡтарҙы ҡалдырып Махсус хәрби операцияла ҡатнашырға булды. Уның батырлығы, ҡаһарманлығы, фиҙаҡәрлеге өсөн тейешле баһа бирергә кәрәк. Юҡҡа ғына, ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр тимәйҙәр бит. Беҙ уның менән ысын мәғәнәһендә ғорурланабыҙ. Уға артабан да эшендә, тормошонда тик уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.

Уңыш та, һаулыҡ та теләнек А. Үтәгәновҡа, әммә теләктәребеҙ тормошҡа ашманы.

Азамат Зариф улы менән хушлашҡанда, бик күптәр уның турала бары тик яҡшы һүҙҙәр әйткән, беҙ белмәгәндәрҙе һөйләгәндәр, Азаматтың әллә күпме кешегә эскерһеҙ ярҙам тейгән булған. Йәл, бик иртә киттең, һалдат, әммә был донъяла ҡылған игелектәрең-изгелектәреңде онотмаҫбыҙ.

Ятҡан урындарың яҡты, йомшаҡ, йәнең йәннәттә булһын, беҙ А. Үтәгәновтың туғандарының, ҡатыны, балаларының - Ольга Ивановнаның, Арыҫлан, Әҙиләнең ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.

Автор:
Читайте нас