Хәтер
14 Августа , 07:37

Юшатыр буйҙарының таланттарын иҫкә алдыҡ

Яҙыусылар союзының Йәштәр советы ойошторған "Хәтер юлы" был юлы Көйөргәҙегә сәфәр сыҡты.

Юшатыр буйҙарының таланттарын иҫкә алдыҡЮшатыр буйҙарының таланттарын иҫкә алдыҡ
Юшатыр буйҙарының таланттарын иҫкә алдыҡ

Маҡсатыбыҙ Ҡалта ауылында ерләнгән фронтовик әҙип, тәржемәсе Хөрмәт Бикҡоловтоң мәңгелек йортон тәрбиәләү, уның рухына аят-доғалар бағышлау ине.
Совет етәксеһе, шағирә Таңсулпан Рәсүл, уның рухташтары шағирә Айзилә Мортаева һәм мин, шулай уҡ талантлы кейәүебеҙ, ҡурайсы Айҙар Байтимеров шундай изге ниәт менән юлға сыҡтыҡ. Сәфәребеҙ Илкәнәй ауылынан башланды. Бында беҙҙе тәмле сәйҙәр менән Тимер ағай Ниәтшин һәм уның хәләл ефете Миңниса еңгәй көтә ине. Шағир ағайыбыҙ Хөрмәт Бикҡолов тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште, китаптары менән таныштырҙы.
Тимер ағай шул тиклем уникаль кеше, 80 йәшендә лә егеттәр кеүек етеҙ, сабыйҙар кеүек ихлас, бабайҙарса олпат)) Рәхәтләндереп яттан шиғырҙар һөйләй, әүҙем тормош алып бара. Беҙҙең сәфәргә лә ҙур теләк менән ҡушылды.
Ермолаево ауылында беҙҙе Күмертау яҙыусылар берекмәһе етәксеһе Римма Арыҫланова, шағирә Гөлназ Искәндәрова, балалар яҙыусыһы, тарихсы, имам-хатиб Азат Хәлилов көтә ине. Улар ҙа беҙгә теләктәшлек белдереп, сауаплы эште бергәләп башҡарырға ризалашты. Улай ғына та түгел, Азат ағай ауыл биләмәләре менән бәйләнешкә сығып, ойоштороу эштәрен башҡарҙы.
Ҡалта ауылында нәҫел нәсәбе булмағас, Хөрмәт Талха улының ҡәбере ауылдаштары тарафынан ғына экологик өмәләрҙә тәртипкә килтерелә. Шуға ла беҙ тимер рәшәткәне буярға алдан уҡ хәл иткәйнек. Уны тормошҡа ашырғас, Азат ағай мәрхүм рухына аят бағышланы.
Ауыл старостаһы Ильяс Бикбаев артабан беҙҙе Баязит шишмәһенә алып килде. Был исемде ауыл халҡы тағы ла бер талантлы улы - шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Баязит Бикбайҙың исемен һәм уның "Тере шишмәләр" повесын мәңгеләштереү маҡсатында ҡушҡан. Матур беседкалы, ныҡлы итеп кәртәләп алынған, тирә яғында ағастар, сәскәләр ултыртылған шишмәнең һыуын эсеп, Айҙар кейәүҙең ҡурай моңдарын яңғыратҡан, юлыбыҙҙы дауам иттек.
Алда беҙҙе Яманғол ауылы көтә ине. Юл ыңғайҙан яҙыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Раил Байбулатов ҡәберенә лә зыярат ҡылырға һөйләшкәйнек. Йәш яҙыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын һәм ихтирамын белеп, яҙыусының Ировка ауылында йәшәүсе бер туған һеңлеһе Фәнүзә апай ҙа килеп еткән ине. Беҙҙе шулай уҡ ауыл старостаһы, имам хатибы Рәжәп Бәлхиев ҡаршы алды.
Яҙыусының ҡәберенә сәскәләр һалғас, элекке балалар баҡсаһы бинаһындағы музейы менән таныштыҡ. Фәнүзә апай уның бала сағы, ғаиләләре тураһында һөйләп үтте. "Оҙайлы имтихандар", "Иң ауыр фән" китаптарын күреп, бала саҡҡа ҡайтҡандай булдым - уларҙы класташтарҙың һәр беребеҙ ҡат ҡат уҡып сыҡҡаны хәтерҙә.
- Раил ағай иҫән саҡта йыш ҡына ҡәләмдәштәре менән ҡунаҡҡа ҡайта ине. Һеҙҙең килеүегеҙ ҙә беҙҙең өсөн оло мәртәбә, - тип ҡаршы алды беҙҙе мәсеттә ҡаршы алды апай-инәйҙәр.
Улар ҙур хөрмәт менән һый тулы табын әҙерләгәйне. Сәй эскән арала яҡынданыраҡ таныштыҡ, ауыл яҙмышы тураһында һөйләштек. Рәжәп хәҙрәт 2027 йылда Раил Байбулатовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы Хәтер һәм ҡәҙер саралары ойоштороу кәрәклеген билдәләне.
Ижадтары менән башҡорт әҙәбиәтен үҫтергән, йәш быуынды тәрбиәләгән мәрхүм яҙыусыларға ла ихтирам күрһәтә алыуыбыҙ - сауаплы һәм кәрәкле ғәмәл. "Хәтер юлы" проекты иһә артабан да дауам итә.
Р. S. Халҡыбыҙҙа юл ыңғайҙан йәки бер ыңғайҙан тигән һүҙ бар. Ниәт иткән ергә барғанда йәки эш эшләгәндә эргә-тирәһенә лә "өлөш" сыға.
Был сәфәрҙең дә юл ыңғайындағы туҡталышы булды. Мәләүез районының Ҡаран ауылында йәшәүсе Семеновтарға "һуғылдыҡ". Гөлнур апай менән Федор ағай "Йәшлек" гәзитенә яҙылып быйыл - палатка, "Шоңҡар" журналынан сәйнүк отҡайны. Шул бүләктәрҙе тапшырып, тағы бер сәй эсеп (халҡыбыҙ йолаһы шулай бит), ҡайтырға сыҡтыҡ.

Гөлнөр Ҡыуатова. 

Автор:
Читайте нас