Хәтер
15 Августа , 02:30

Кеше китә, әммә уның тураһында хәтер яҡындарының йөрәгендә мәңге йәшәй...

Беҙҙең ҡәҙерле, оло йөрәкле, бала йәнле, яратҡан әткәйебеҙ Минихан Сәлихйән улы ХӨСӘЙЕНОВтың беҙҙең арабыҙҙан китеүенә 33 йыл үтеп китте, ә яратҡан, һөйөклө әнейебеҙ Мәрүәр Ғизелхаҡ ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВАның йөрәге тибеүҙән туҡтауға бер йыл.

Кеше китә, әммә уның тураһында хәтер яҡындарының йөрәгендә мәңге йәшәй...Кеше китә, әммә уның тураһында хәтер яҡындарының йөрәгендә мәңге йәшәй...
Кеше китә, әммә уның тураһында хәтер яҡындарының йөрәгендә мәңге йәшәй...

Ғәзиздәребеҙҙе иҫкә алмаған бер генә көнөбөҙ ҙә юҡ.
Әтей-әнейебеҙ кешеләргә һәр саҡ игелекле, ярҙамсыл, оло йөрәкле, тырыш булдылар. Беҙгә, дүрт балаларына матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Ҡәҙерлеләребеҙҙең яғымлы ҡараштарын, наҙлы һүҙҙәрен, әнәйемдең бешергән тәмле аштарын бик һағынабыҙ.
Беҙгә бүләк иткән һәр көндәре, сабырлыҡтары һәм яратыуҙары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙҙең урындары йәннәттә булһын, рухтары шат булһын, ятҡан урындары тыныс, ауыр тупраҡтары еңел булһын, Амин.
Бына тағын килдем һеҙҙең янға
Йөрәгемдә тағын яралар.
Күңелемдә генә йәшәһәгеҙ ҙә
Йыраҡ инде беҙҙең аралар...
Кисен ятһам - уйҙа тик һеҙ генә,
Һеҙҙе уйлап таңдар һыҙыла.
Һөйләшергә генә ҡалды хәҙер
Өндә түгел, бары төшөмдә.
Фәрештәләй беҙҙе һаҡлар өсөн
Һеҙ кәрәк бит беҙгә әле лә,
Елдәр аша һөйләшермен тиеп
Тағын килдем һеҙҙең ҡәберегеҙгә.
Мәрхүмдәрҙең балалары Марат, Марс, Клара, Диллара, килендәре, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре.
Яҡшымбәт, Өфө, Һамар, Баҡалы.

Автор:
Читайте нас