Хәтер
15 Август , 02:51

Һуңғы тыуған көн

Абзыйым Әҡсән Миниәхмәт улы Хәйбуллиндың яҡты донъяларҙан китеүенә бөгөн бер йыл булды.

Һуңғы тыуған көнҺуңғы тыуған көн
Һуңғы тыуған көн

Был фотоларҙа уның тыуған көнөн үткәргән ваҡытыбыҙ. Кем уйлаған, был абзыйымдың һуңғы тыуған көнө булыр тип...

Әҡсән Миниәхмәт улы илһөйәр, телһөйәр, эшсән, талапсан, бар ерҙә лә тәртип, таҙалыҡ яратҡан, бик күп йылдар автобуста ауылдаштарын бер һүҙһеҙ ҡайҙа кәрәк шунда алып йөрөгән, ғаиләһендә тоғро тормош иптәше, үрнәк атай, хәстәрлекле олотай ине. Ҡыҙғаныс, ни бары 59 йәшендә генә беҙ - тереләр менән мәңгелеккә хушлашты. 

Абзыйымды белгән кешеләр бөгөн, беҙҙең менән бергә, уны йылы һүҙҙәр менән иҫкә алһа ине.  Ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, ятҡан урының тыныс, ауыр тупраҡтарың еңел, йәнең йәннәттәлер тип ышанып, һине һағынып, мырҙаң Надир.

Автор:
Читайте нас