Хәтер
27 Августа , 09:13

Ғүмерең ҡыҫҡа булды...

1983 йылдың 27 авгусы көнө, Азамат улыма бәхетле әсәй булып, ғүмер бүләк иткән көнөм. Ғүмеркәйҙәрең бик ҡыҫҡа булды шул, балаҡайым.

Ғүмерең ҡыҫҡа булды...Ғүмерең ҡыҫҡа булды...
Ғүмерең ҡыҫҡа булды...

Барыбыҙҙы ла оло ҡайғыларға һалып, ғәзиз улым Азамат Файзрахман улы ИШҠОЛОВ йәшләй генә, Махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булды. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, туған йәнле, ярҙамсыл яҡыныбыҙҙың арабыҙҙан китеүенә һаман ышанып булмай. Ауыр ҡайғымды күҙ йәштәре менән генә еңеп булмай шул... Әйтеп тә аңлатырлыҡ түгел хистәр... Бер кемгә лә бындай оло ҡайғыларҙы күрергә яҙмаһын, кисергәндәргә сабырлыҡ, именлек, һаулыҡ бирһен Аллаһы Тәғәлә. Тиҙерәк һуғыш бөтөп, яу яланында йөрөгәндәргә, тыуған илдәренә имен-иҫән ҡайтыуҙарын теләйем.
Ғәзиз баламдың ятҡан урыны тыныс, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын. Ҡәҙерлебеҙ мәңге беҙҙең хәтерҙә һәм йөрәгебеҙ түрендә.
Барлыҡ туғандары исеменән әсәһе Әлфиә.

Автор:
Читайте нас