Хәтер
29 Августа , 06:37

Йəмил Əхмəҙулла улын хəтерлəп

20 июль көндө, барыбыҙҙы ла тәрән ҡайғыларға һалып, беҙҙең арабыҙҙан ысын мәғәнәһендә рухи остазыбыҙ булған Сурин Йәмил Әхмәҙулла улы китеп барҙы

Йəмил Əхмəҙулла улын хəтерлəпЙəмил Əхмəҙулла улын хəтерлəп
Йəмил Əхмəҙулла улын хəтерлəп

Йәмил Әхмәҙулла улы исеме бик күптәргә таныш, хөрмәтле кеше ине. Ул үҙенең ғүмеренең 42 йылын мәғарифҡа бағышланы, шуларҙың 27 йылында мәктәп директоры вазифаһында уңышлы хеҙмәт итте. Ул етәкләгән коллектив берҙәм булды, уҡыу-уҡытыу эштәре һәр ваҡыт алдынғы рәттә ине. Ул хаҡлы ялға сыҡһа ла, уҡытыусылыҡ эшенән айырыла алманы – мәктәп уның икенсе йорто, уҡыусылары – үҙ балалары кеүек ине. Уны уҡытыусылар коллективы ныҡ яратты һәм хөрмәт итте, сөнки ул һәр кемгә аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итергә ынтылды. Ул тыумышы менән Беренсе Кинйәабыҙ ауылынан, Көйөргәҙе ауылында йәшәне. Был ауыл уны үҙенең улы итеп ихлас ҡабул итте. Хаҡлы ялға сыҡҡас Өфө ҡалаһының “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә белем алды. Уның өсөн Ислам ҡиммәттәре – тормош үҙәге булды. Ата-әсәһенең зыяраттарына барып, Ҡөръән аяттарын уҡыу уның өсөн изге бурыс ине. Ул ысын мәғәнәһендә иманлы кеше булып йәшәне. Тормош иптәшем менән бар ғүмеребеҙҙе бер-беребеҙгә ҡарата оло хөрмәттә һәм ышаныс менән үткәрҙек. Икебеҙ ҙә дин юлына баҫтыҡ, Ҡөръәндәр уҡыныҡ, вәғәздәр әйттек. Күрше ауылдарҙан килгән дин ҡәрҙәштәребеҙ өсөн изге урынға әүерелдек. Уҡыуҙарҙан һуң ойошторолған сәй-әңгәмәләр, рухи һөйләшеүҙәр барыһының да күңеленә шифалы йылылыҡ өҫтәне. Тирә – йүндә нисәмә ауыл булһа ла берәү ҙә мулла эҙләп йөрөмәне – Йәмил Әхмәҙулла улы ниҡахтар уҡыны, йола ғибәҙәттәре үтәне, халыҡ уны тыңланы, кәңәштәрен ҡабул итте. Ул уҡытыусылар араһында ла, уҡыусылар күңелендә лә, ауылдаштар араһында ла һоҡланыу, хөрмәт уятты. Уҡыусылары уның тарих дәрестәрен әле лә йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала: “Йәмил абый һөйләһә, беҙ йотлоғоп тыңлай инек, хатта тәнәфес ваҡытында ла ҡуҙғалмай инек”, – тип хәтерләйҙәр. Уның күп уҡыусылары юғары уҡыу йорттарында уҡынылар. Ул мәктәптә эшләгәндә йәнен-тәнен биреп хеҙмәт итте, коллективы уның өсөн һәр ваҡыт өҙөлөп торҙо. Ул уйланырға, фекер йөрөтөргә, яҙырға яратты. Ҡулъяҙмалары, яҙмалары, иҫтәлектәре бихисап. Өлгөлө атай булды. Балаларына тәрбиә биреп, тормош юлына баҫтырҙы. Балалары ла атайҙарына ҡарата оло ихтирам, хөрмәт менән ҡараны, уның һәр кәңәшен ҡабул иттеләр. Улар аталарын һуңғы юлға оҙатып, үҙҙәренең ҙур бурыстарын намыҫ менән үтәнеләр. Был ҡайғылы көндәрҙә уларҙың түҙемлегенә, сабырлығына, ойоша белгәнлектәренә бик ҙур рәхмәт. Атайҙары уларға иғтибарлы, тәртипле, намыҫлы булырға өйрәтте, һәм улар был ҡиммәтле сифаттарҙы ғүмерҙәре буйы һаҡларҙар. Һуңғы юлға оҙатырға килгән һәр берегеҙгә – туғандарға, ауылдаштарға, уҡыусыларына, коллегаларына, дин ҡәрҙәштәргә, яҡын – тирәләге ауылдарҙан ашығып килгән изге кешеләргә оло рәхмәтемде белдерәм. Ауыр сәғәттә беҙ яңғыҙ ҡалманыҡ, ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашыуығыҙ, ҡылған доғаларығыҙ, изге күңелегеҙ беҙгә көс бирҙе.

Оло ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәре менән тормош иптәше Нәжиә Абдулла ҡыҙы БӘКИЕВА

Автор:
Читайте нас