

Юғалтыуға күнмәй күңелдәр
Миҙгел генә икән ғүмерҙәр...
Был доньянан иртә китеп барҙы шул...
Көтмәгәндә, уйламағанда булған ауыр юғалтыу әсеһен сабырлыҡ менән, күҙ йәштәренә быуылып үткәрәбеҙ... һағындыра...
Яҙмышмы, күрәсәкме, һынаумы был? Ошо 68 йыл йәшәү ғүмер йылдарында ул үҙе тураһында тик яҡты хәтирәләр генә ҡалдырҙы. Тыуған-үҫкән ерен ташлап ситкә сығып китмәне, хаҡлы ялға сыҡҡансы водитель һөнәренә тоғро ҡалып, хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу менән, юл ҡағиҙәләрен боҙмай, "Искра" ауыл хужалығында намыҫлы хеҙмәт итте. Ниндәй генә төр машинала эшләһә лә, һәр ваҡыт иашинаһы төҙөк, үҙе юлда булды, уның хеҙмәт йылдары руль артында үтте. Заманында күпме сөгөлдөр, брикет, оҙаҡ йылдар газ-пропан, йорттар төҙөү өсөн Бөрйән, Белорет, Йылайыр урман хужалыҡтарынан юл-ғазаптары менән ағас ташыны, ҡайҙа ғына эшләһә лә эшен яуаплы башҡарҙы. Ҡулынан килмәгән эше булманы, йорт-хужалығыбыҙҙа ла уның үҙ ҡулдары, хәләл көсө менән барлыҡ төҙөлөш эштәре башҡарылған. Ул ябай, көслө, сабыр, аҡыллы, тыныс холоҡло, яҡшы кеше булды. Бергә бәхетле үткән ғүмер йылдарыбыҙ өсөн рәхмәтлемен мин уға.
Беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙҙе, уны белгәндәр, беҙҙең менән бергә яҡты хәтирәләр менән иҫкә алып, уның рухы шат булһын ине. Йәне йәннәттә, урыны ожмах түрҙәрендә, мәңгелек йоҡолары тыныс булһын.
Мәрхүмдең тормош иптәше, улы-килене, ҡыҙы-кейәүе, ейән-ейәнсәрҙәре.