

Был — һәләк булған яугирҙәрҙең хәтерен мәңгеләштереү, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға ихтирам уятыу, уларҙың ғаиләләрен иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алыуҙың иң изге юлдарының береһе. Был сараны әҙерләүҙә ҡатнашҡан, улыбыҙҙың рухын мәңгеләштергән һәр кемгә — оло рәхмәт, уңыштар теләйбеҙ. Балабыҙ уҡырға килгәндә, гимназияла бик йылы ҡаршы алдылар. Класс етәксеһе Гүзәл Фәрит ҡыҙы Зиянбаева менән тәрбиәсе Мәрфүғә Миңнулла ҡыҙы Сәфиуллина уны тәүге көндән үк яҡын күреп, үҙ ҡанаттары аҫтына алдылар. Кластары дуҫ ине, улар бер ғаиләләй берҙәм булдылар. Уҡып бөткәс тә бер-береһенең хәлдәрен белеп, аралашып торҙолар. - Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыларының хәтерен мәңгеләштереү — Ватанды һаҡлаусылар алдындағы изге бурысыбыҙ. Беҙ ҙә бөгөн Илдус менән Илназдың яҡты иҫтәлегенә «Герой парталарын» асып, уларҙың батырлығын киләсәк быуынға өлгө итеп ҡалдырабыҙ. Беҙҙең арала йөрөгән, гимназиябыҙҙа уҡыған ошо егеттәр бик яҡшылар ине. Улар илебеҙҙең тыныслығы һәм ирке өсөн батырҙарса ҡорбан булды. Уларҙы һәр саҡ йылы хәтирәләр менән иҫкә аласаҡбыҙ. Яугирҙәребеҙгә ошондай кешелекле сифаттар биреп үҫтергән ата-әсәләре алдында баш эйәбеҙ, уларға ныҡлы һаулыҡ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ. Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, башҡа егеттәребеҙ Еңеү менән имен-аман әйләнеп ҡайтһындар, - тине гимназия директоры Әнисә Сәғит ҡыҙы үҙ сығышында. Сарала ҡатнашыусыларҙың һәр береһе ғәзиз кешеләребеҙгә ҡарата йылы, күңелгә үтеп инерлек телмәр тотто. Герой партаһында улыбыҙҙың портреты, биографияһынан мөһим факттар, ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған. Сара аҙағында ҡатнашыусылар партаға сәскәләр ҡуйҙы, ә улҡайҙарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Ғәзиз кешебеҙҙең батырлығын онотмай, ошолай хәтерләп торғандары, исемдәрен мәңгеләштереүҙәре өсөн 3-сө БРГИ директоры Әнисә Түләгәноваға, гимназия коллективына, класс етәксеһе Гүзәл Зиянбаеваға һәм башҡаларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, иҫән-һау эшләһендәр. Улыбыҙҙың рухы һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланыр. Был әйтеп тә аңлатып булмаған оло ҡайғыларҙы башҡаларға күрергә яҙмаһын. Ғәзиз балабыҙҙың йәндәре йәннәттә булһын.
Илдус мәрхүмдең әсәһе Рәмзиә һәм атаһы Хәмит Усмановтар.