Хәтер
27 Сентября , 04:13

Әсә әрнеүе

Миллионлаған һәләк булған балалар араһында минең дә бер бөртөк улым –Русланым бар.

Әсә әрнеүеӘсә әрнеүе
Әсә әрнеүе

Илебеҙҙә барған дүрт йыл һуғыш күпме әсәйҙәргә мәңгелек уңалмаҫлыҡ яра һалды. Күпме бала етем ҡалды, иҫәбе-хисабы ла юҡтыр инде. Ғүмер бөткәнсе әрнер ҙә әрнер инде был йөрәк! Көндәр, айҙар, йылдар үткән һайын тағы ла нығыраҡ һағындыра, күҙ йәштәре аға ла аға. Үҙ башынан үткәндәр генә беләлер инде уның нисек булыуын.
Минең улым да киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйып, алдағы тормошҡа өмөт менән йәшәй ине... Улыма 45 йәш тә тулмаған, типһә тимер өҙөрҙәй ир-ат ине. Хәҙер тик “инеләр” генә ҡалды шул...
Яҡшымбәт урта мәктәбен тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған улым, БДУ-ның тарих факультетына имтихандарын тик “5” билдәләренә генә биреп уҡырға инде. Унда ул юғары стипендия ғына алып уҡыны, бер үк ваҡытта хәрби кафедрала уҡып, лейтенант званиеһы менән бергә тарих уҡытыусыһы дипломын алды. Мәктәптә уҡығанда төрлө ярыштарға, олимпиадаларға йөрөнө. Беренсе һәм икенсе урындар ғына алды. Ә юғары уҡыу йортонда уҡығанда ҡул һуғышы, кикбоксинг менән шөғөлләнде,ярыштарҙа гел беренсе урындар алды. Был турала күп һанлы Маҡтау грамоталары һөйләй. Уҡып бөткәс тә армия сафтарына алынды һәм ике йыл Тоцкиҙа хеҙмәт итеп, өлкән лейтенант званиеһы менән ҡайтты. Армияла танк командиры булып хеҙмәт итте. Улым яҡшы хеҙмәте өсөн бик күп бүләкләүҙәр алып ҡайтты. Хәҙер бары тик Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары ғына ҡалды инде...
Ҡайҙа ғына йөрөһә лә үҙе тураһында тик яҡшы иҫтәлектәр генә ҡалдырғандыр тип уйлайым.
Һәм бына Махсус хәрби операция... Бер йыл да дүрт ай гранатомет командиры вазифаһында хеҙмәт итеп өлгөрҙө улыҡайым. Һуғышта ла үҙен һынатманы. Бер йыл хеҙмәт иткәс, өс аҙналыҡ отпуск менән бүләкләнеләр. Улым Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Тик үлгәндән һуң... Йәне йәннәттә, урыны ожмах түрендә булһын инде балаҡайымдың.
Ошо алтын көҙҙә һиңә 46 йәш тулыр ине... Тик, бер йыл да дүрт ай элек беҙҙең тыныс тормошобоҙҙо һаҡлап, мәңгелеккә китеп барҙың. Тыныс йоҡла, балам! Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кешебеҙ, бер бөртөк улым, беҙ һине ныҡ һағынабыҙ, бер ваҡытта ла онотмаҫбыҙ!
Һары һағыш баҫа күңелде,
Күренмәй көҙҙөң матурлығы.
Һағынғанда ҡарар өсөн
Ҡалманы исмаһам балаларың.
Мәрхүмдең һылыуҙары, туғандары исеменән әнәһе Флүрә.

Алдараҡ: Төштәремә керсе, балам!

Автор:
Читайте нас