Хәтер
14 Октября , 03:46

Яҡыныбыҙ тормошҡа ғашиҡ алсаҡ йөҙлө, яҡшы кеше ине

Ошо көндәрҙә, беҙҙең өсөн ҡәҙерле, яҡын булған апайыбыҙ Рәсимә Минибай ҡыҙы ӘМИРОВА беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, йәшләй генә арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә биш йыл да тулды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡыныбыҙ тормошҡа ғашиҡ алсаҡ йөҙлө, яҡшы кеше инеЯҡыныбыҙ тормошҡа ғашиҡ алсаҡ йөҙлө, яҡшы кеше ине
Яҡыныбыҙ тормошҡа ғашиҡ алсаҡ йөҙлө, яҡшы кеше ине

Рәсимәбеҙ бигерәк изге күңелле, кешелекле ине. Олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы булды, һәр кешегә ярҙам итергә ашығы йәшәне. Беҙгә лә изге кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торҙо, беҙгә һәр саҡ терәк-таяныс булды.
Шулай уҡ, октябрь айында атайыбыҙ Минибай Йәнүҙәк улы КӘРИМОВтың да яҡты донъяларҙан китеүенә 26 йыл булып китте. Яҡыныбыҙ тормошҡа ғашиҡ, кешеләрҙе ихлас ихтирам иткән, алсаҡ йөҙлө, яҡшы кеше ине.
Ҡәҙерлеләребеҙҙе белеүселәр ғәзиз кешеләребеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Беҙ һеҙҙе юҡһынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә күңелебеҙҙә мәңге һаҡланырһығыҙ. Ҡәҙерлеләребеҙҙең ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, нурлы, йәндәре йәннәттә булһын.
Барлыҡ яҡындарығыҙ исеменән ҡыҙың, һеңлең Лилиә.

Автор:
Читайте нас