Хәтер
18 Октября , 09:36

Бәхил бул, Йәдҡәр ағай

Үҙе күрше республикала йәшәһә лә, ул күңеле менән гел Тыуған илендә булды, буғай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәхил бул, Йәдҡәр ағайБәхил бул, Йәдҡәр ағай
Бәхил бул, Йәдҡәр ағай

Һирәк-һаяҡ булһа ла, беҙгә шылтыратыр ине, хаттары килеп торҙо, беҙ уларҙы баҫтыҡ. Көйөргәҙеһенә ҡайтҡанында, янына ашыҡтыҡ, уның менән әңгәмәләшеү - үҙе бер ғүмер була торғайны, күпте белгән шәхес ине ул. Тарихсы, яҙыусы, социолог.

Йәдҡәр ағайыбыҙ китеп барған. Әле яңы ғына Тыуған яҡтарына ҡайтҡайны, был уның беҙҙең менән, ғәзиз төйәге менән хушлашып йөрөүе булған, баҡһаң.

Үҙең китһәң дә, китаптарың, яҡты эҙең ҡалды, Йәдҡәр ағай. 

Беҙ Фирҙәүес апайҙың, ағайыбыҙҙың барлыҡ яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Баширов Йәдкәр Әхәт улы Аллабирҙе ауылында, Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген МТС-та слесарь булып башлай. Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт иткәндән һуң, 1970 йылда Силәбе политехник институтын тамамлай.

1970—1976 йылдарҙа — «Автонормаль» заводының мастеры, участка начальнигы, цех начальнигы, баш инженер урынбаҫары;

1976—1979 йылдарҙа — цех начальнигы;

1979—1982 йылдарҙа — КамаАЗ-дың автоагрегат заводы начальнигы, баш инженеры;

1982—1986 йылдарҙа — «Татарэлектромаш» берекмәһенең завод директоры — СКТБ начальнигы;

1986—1988 йылдарҙа — КамАЗ генераль директоры урынбаҫары;

1988—1991 йылдарҙа — ТАМПЭК-тың генераль директоры.

Йәдҡәр Бәширов — бер нисә ғилми һәм фәнни-популяр хеҙмәт авторы. Улар араһында:

«Заманалар ҡатламы аша» (2010) — тыуған ауылының тарихына арналған һәм 20 ғаиләнең шәжәрәһен үҙ эсенә алған тәүге китап.

«Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш» (2013) — монография, унда автор Бөйөк Башҡортостан — халыҡтары башҡорт-ҡыпсаҡ диалектының бер боронғо төрки телендә һөйләшкән дәүләт берәмеге булыуын иҫбатлай.

«Бөйөк Башҡортостан. Халыҡтар: этник тамырҙар, формалашыу һәм үҫеш» — башҡорт халҡының иң боронғо замандарҙан бөгөнгө көнгә тиклемге тарихын тикшереү.

«Боронғо башҡорттар. Тарихи мәғлүмәттәр» — башҡорт ҡәбиләләренең килеп сығыу процестарына һәм уларҙың иртә этник тарихына арналған хеҙмәт.

«Башҡорт хан. Урта быуат хандары» — төрки телле һәм угор ҡәбиләләрен бер башҡорт халҡына берләштереүҙә Башҡорт-хандың роле тураһында.

«Ҡол Ғәли һәм башҡорт халҡының мәҙәниәте хаҡында» — шағир Ҡол Ғәлиҙең тормош юлы тураһында.

Йәдкәр Баширов түбәндәге наградаларға һәм исемдәргә лайыҡ булған:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Башҡортостан Республикаһының Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премияһы лауреаты.

«Ағиҙел» журналы премияһы лауреаты (2016 йыл).

«Почет Билдәһе», «Халыҡтар дуҫлығы» ордендары һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән.

Автор:
Читайте нас