

Бөтә аш-һыу әҙерләгән бүлмәләрҙә лә таҙалыҡ хөкөм итә. Ҡамырҙан ризыҡтар әҙерләнә торған бүлмәлә бер мөләйем ҡатын Нурия Әлмөхәмәтова менән һөйләшеп киттек. Эш тураһында һораштым. Ул былай тип һүҙ башланы: “Мин үҙем Горный Ключ ауылынан. Үҙ машинам менән йөрөп эшләйем. Ауылда эш юҡ, ә йәшәргә аҡса кәрәк. Маһира Әмирова тураһында тик яҡшы фекер генә әйтә алам. Эшкә талапсан, белмәгәнеңде өйрәтеп, аңлатып бара. Мин ошо коллективта бер-нисә йыл эшләйем. Эшемде яратам. Маһира апай кешенең эс-бауырына кереп, донъя булғас төрлө хәлдәр була тип, ярҙам ҡулын һәр ваҡытта һуҙып тора.
Рәйсә ИСКӘНДӘРОВА, Күмертау ҡалаһы
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.