

Гөлшат Фәсхетдин ҡыҙы тормошон Яҡут егете Радик Ҡунаҡбаев менән бәйләгәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше, ҡаты ауырыуҙан һуң, 41 йәшендә генә вафат булды. Тырыш хужабикә ҡыҙы Фаягөлдө үҫтереп, уҡытып сығарҙы. Юғары һәм урта махсус белем алған ҡыҙы әле ашығыс ярҙам станцияһында эшләп йөрөй.
Яңғыҙ, ҡараусыһыҙ, 87 йәшлек бейемен дә ҡарарға өлгөрә ул Гөлшат ханым. Үҙ холҡо булған бейемгә ярап, матур итеп тәрбиәләй уны. Бала яңғыҙы үҫтереп, уны йәш көйөнә ер ҡуйынына һалған әсәне килене ныҡ йәлләй. Кәрәк нәмәһен хәстәрләп алып ҡайтып тора, кәрәкһә, уколын да үҙе алып ҡайтып һала.
Рәжәп ЮЛБАРИСОВ, Көйөргәҙе районының Почетлы гражданы, Яңы Мораптал ауылы
Хат тулы вариантта гәзиттә үткән һанда баҫылды.